Спорт һәм туризм
20 Октябрь 2022, 09:30

12 миҙал яуланылар

Ярыштарҙа Рәсәйҙең 23 төбәгенән 430-ҙан ашыу спортсы көс һынашты.

12 миҙал яуланылар12 миҙал яуланылар
12 миҙал яуланылар

Үткән ял көндәрендә Мәскәүҙә пилон спорты һәм һауа-спорт атлетикаһы буйынса федерация чемпионаты, беренселеге үткәрелде. Уларҙа Рәсәйҙең 23 төбәгенән 430-ҙан ашыу спортсы көс һынашты. Сараларҙа быға тиклем булмағанса күп спортсы ҡатнашты.

Башҡортостан исеменән “NEXT Pole Dance School”, “Apache”, “Фитнес 90-60-90” (Туймазы) һәм “Һауа” һауа гимнастикаһы спорт үҙәге клубтары ҡатнашты. Әйткәндәй, республикабыҙҙан Ксения Мынова менән Дарья Скоблик ярыштарҙың судьялар коллегияһына инде.

Был ярыштарҙа республика спортсылары 12 награда яуланы. “Һауа” һауа гимнастикаһы спорт үҙәге клубы спортсыларының яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүе һөҙөмтәһендә республика дөйөм команда иҫәбендә өсөнсө урын яуланы.

“Командабыҙ алты миҙал яуланы. Ульяна Сухорукова – беренсе, Плина Диленко – өсөнсө, Софья Харисова – беренсе, Луиза Сафина – өсөнсө, Илона Крузенберг – икенсе, Иванна Рожок икенсе урынға сыҡты. “Балалар” һәм “йәш үҫмерҙәр” йәш төркөмдәрендә наградалар яуларға тырыштыҡ”, – тип хәбәр итте “Һауа” һауа гимнастикаһы үҙәге етәксеһе Анастасия Ульчева.

Фото: “Һауа” һауа гимнастикаһы үҙәге.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас