Спорт һәм туризм
20 Октябрь 2022, 10:30

Тағы ете спорт майҙансығы асылды

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итте.

Тағы ете спорт майҙансығы асылдыТағы ете спорт майҙансығы асылды
Тағы ете спорт майҙансығы асылды

“2019 йылдан, “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһына ошондай майҙансыҡтарҙы һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн субсидия бирелә. Беренсе йылда 24 муниципалитет өсөн ҡоролмалар һатып алынһа, 2020 йылда – 13 муниципаль район һәм ҡала округы, 2021 йылда тағы биш майҙансыҡ ҡоролмаһы ҡуйылды.

Шулай итеп, майҙансыҡтар 49 муниципалитетта барлыҡҡа килде. Был – төбәктәргә ГТО комплексын сафҡа индереү өсөн һиҙелерлек өлөш. Бындай майҙансыҡтар спорт яратҡан балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе үҙенә тартыу урыны булып тора. Улар физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттарҙы барлыҡҡа килтереү өсөн кәрәк.

2023-2024 йылдарҙа тағы ете муниципалитет ГТО спорт майҙансығына эйә буласаҡ. Әгәр был эштең этабы шулай тамамланһа, “Бизнес-спринт” федераль проектына ярашлы, “аҡыллы” спорт майҙансыҡтарын төҙөү башлана ғына. Ошондай ике майҙансыҡ Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡуйыла, киләһе йылға тағы ике “аҡыллы” спорт майҙансығына федераль субсидия көтәбеҙ”, - тип яҙған Ирек Сәғитов.

Фото: БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас