

Үткән йылдың май аҙағында баш ҡалабыҙ Өфө буйлап ике ҡатлы экскурсия автобустары йөрөй башланы. Йыл аҙағына ҡәҙәр тарихи Өфө менән таныштырған йүнәлештән 10 меңдән ашыу турист файҙаланған, улар – Рәсәйҙең 80 ҡалаһынан һәм 27 сит илдән килгән кешеләр.
Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Елена Әбделмәнова әйтеүенсә, быйыл һуңғы осорҙа ғына ла туғыҙ мең ярым турист хеҙмәтләндерелгән. Баш ҡала менән аудиояҙмала түгел, ә ысын гидтар таныштырып барған сәйәхәт Өфө халҡына ла, туристарға ла ныҡ оҡшай. Коллектив заявкалар күп, республикабыҙға килгән рәсми делегацияларҙа ла ҡала буйлап сәйәхәт итеү ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Ике ҡатлы уңайлы автобусҡа ултырып, Башҡортостан Республикаһының йөрәге булған Өфөнөң үҙәк өлөшөн, бай тарихи ҡомартҡылар һаҡлаған урындарын байҡап сығырға мөмкин. Каруанһарайҙан башланып киткән сәйәхәт – баш ҡаланың тарихи урамдарынан, артабан Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылған майҙан, “Торатау” конгресс-холы, З. Вәлиди урамы, Башҡорт дәүләт академия драма театры аша дауам итә. Туҡай урамындағы Беренсе Өфө йәмиғ мәсетенең һоҡланғыс бинаһын яҡындан ҡарап үтергә, атаҡлы яҙыусы С. Аксаковтың йорт-музейына күҙ һалырға, С. Юлаев баҡсаһы янынан үтеп, баш ҡаланың тағы бар халыҡты тартып торған урыны – Дуҫлыҡ монументына туҡталырға мөмкин.
Юл ыңғайы гид һөйләп барған теге йә был йортҡа, урамға ҡағылышлы тарихтар Өфөгә яңыса бағырға ярҙам итә. Әйтәйек, көн дә тиерлек эргәһенән үтеп-һүтеп йөрөгән Каруанһарай тураһында нимә беләбеҙ? Күп түгелдер. Уның урынында борон ҡәҙимге баҙар, йәғни урам сауҙа рәттәре һуҙылып киткән булған. ХIХ быуат башында, Өфө тотош губерна әһәмиәтендәге ҡалаға әйләнгәс, уның йөҙөн билдәләрлек сауҙа йорто барлыҡҡа килергә тейеш була. “Таш палата”ла сауҙа итә, тигән дан өсөн сауҙагәрҙәр ярайһы ҡиммәт аренда хаҡын түләргә лә ауырһынмай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында армия өсөн хәрби кейем теккән фабрикалар эшләй, аҙаҡ ул байтаҡ йылдар кизе-мамыҡ комбинаты булып хеҙмәт итә. Үткән быуат аҙағына инде элекке матур сауҙа йорттары урынында ярым-емерек биналар ғына тороп ҡала. Хәҙер беҙ күреп өйрәнгән Каруанһарай классицизм йүнәлешендәге тәү торошона ҡайтарып аяҡҡа баҫтырылған мөһабәт, күркәм биналарҙан тора. “Классицизмға ярашлы төҙөлгән биналарҙы башҡа йүнәлештәрҙән айырып торған бер билдә – асыҡ һары төҫ, колонналар күплеге. Быны хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ, имтиханда кәрәге тейеүе бар”, – ти гид Екатерина Детинина, балаларға мөрәжәғәт итеп. Ленин урамынан үткәндә күренгән элекке матур биналар архитектураһында Сталин ампиры стиле ҡулланылғанын да белеп, уның үҙенсәлектәрен хәтерендә ҡалдыра туристар. Хәҙер Өфөнөң баш почтампты урынлашҡан йортто иң башта ете ҡатлы итеп төҙөү күҙалланған, ике ҡаты ер аҫтында урынлашырға тейеш булған. Проект үҙгәртелеп, ул дүрт ҡатлы итеп төҙөлә, ә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бишенсе ҡаты өҫтәлә. Иғтибарлап ҡарағанда, уның аҫҡы ҡаттарҙан айырылып торғаны күренә.
Гидтың һөйләгәнен тыңлағанда, баш ҡалабыҙҙың тарихы ни тиклем ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс икәнен аңлайһың, уны үҙең өсөн өр-яңынан асаһың, икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың. Ҡаланың тарихи өлөшөнә сәйәхәт иһә тағы бер сағыу урынға байыны – ошо көндәрҙә асылған легендар генерал Шайморатовҡа һәйкәл ул. Мәғрур атлы скульптура урынлашҡан майҙан тотош бер архитектур ансамблде тәшкил итә, ул хәҙер – ҡаланың иң күркәм урындарының береһе. Экскурсия маршрутына ярашлы, майҙанға, һәйкәлгә күҙ һалып үтеү генә түгел, унда туҡтап, яҡшылап ҡарарға, фотоға төшөргә лә мөмкинлек бар.
Иҫтәлекле урынға килгән иң беренсе туристар иҫәбендә Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһы уҡыусылары булды. Сая генерал, уның яуҙаштары һәм ғәрәсәтле һуғышта ҡорбан булғандар иҫтәлегенә ҡойолған һоҡланғыс һәйкәл янында туҡтағас та балалар тышҡа һибелде. Гид данлы генерал-майор хаҡында һөйләгәндә ҡыҙыҡһынып тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр, легендар шәхес – үҙҙәренең ҡаһарман яҡташына бәйле белгәндәре менән дә уртаҡлаштылар.
Самира Ғәйетҡолова – 6-сы класс уҡыусыһы. Ул үҙенең тәьҫораттарын ихлас уртаҡлашты.
– Республикабыҙ шулай йылдам үҫешкәнгә, туризмды үҫтергәнгә бик шатбыҙ. Баш ҡала буйлап экскурсия ныҡ ҡыҙыҡлы. Бында береһе лә йоҡомһорап, битараф ултырмай, һәр кемгә тыуған еребеҙ тарихының бер өлөшө булған Өфөгә, уның иҫтәлекле урындарына, һәйкәлдәренә ҡағылышлы бәйәнде тыңлау мауыҡтырғыс. Был сәйәхәт беҙгә туған мәҙәниәтебеҙ менән танышырға, күберәк белергә ярҙам итә, – ти ул.
Алһыу Ғәйнуллина ла Өфөләге сәйәхәттән ифрат ҡәнәғәт. “Әхирәтемдең һүҙҙәре менән килешәм – был экскурсия тыуған яғыбыҙ тураһында әлегә тиклем белмәгән мәғлүмәттәрҙе бирә, күңелдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөнгө экскурсияла минең өсөн иң фәһемлеһе Башҡортостандың легендар шәхестәре Салауат батыр, генерал Шайморатов тураһында тыңлау булды”, – тине ул.
Экскурсанттар араһында Лариса Тесля исемле ханым да бар ине. Ул – Санкт-Петербург вәкиле. Махсус рәүештә Өфөнө күрергә, матур урындары менән танышырға килгән.
– Өфө, уның архитектураһы миңә ныҡ оҡшаны, бындағы бер нисә көн эсендә мөмкин булған бөтә иҫтәлекле урындарын ҡарап өлгөрөргә тырыштым. Һеҙҙең баш ҡалала йәшәгән халыҡ айырыуса күңелемә ятты. Шундай ихластар, асыҡ йөҙлөләр, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙам итергә атлығып торалар! Күп ерҙә бындай ихласлыҡ юғалтылған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға был күңелемә май кеүек яғылды. Өҫтәүенә, миңә ҙур уңыш йылмайҙы – данлыҡлы генералға һәйкәл асылған тантананы үҙ күҙҙәрем менән күрергә яҙҙы! – тип ҡыуана ул.
...Көн үҙәге еткәс, Өфөнөң Совет майҙанындағы куранттарҙа “Шайморатов-генерал” йырының беренсе куплетының көйө яңғырай. Ул ҡыңғырауҙар ярҙамында башҡарыла. Бөгөнгө сәйәхәттә ҡатнашыусылар ошо мәлгә тура килеүе менән даланлы. Талғын аҡҡан моң ҡаһарман генерал һәйкәле урынлашҡан майҙанда Ватан өсөн башын һалған батырҙар рухына дан булып ағыла. Ошо моңдо ишеткеһе, күңеленә ныҡлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәгеһе килгән халҡын көтөп ҡала батырҙар майҙаны.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

