

Йыл һайын республикала уҡыуҙа ғына түгел, спорт, музыка йәки башҡа эшмәкәрлек буйынса иң һәләтле уҡыусылар асыҡлана. Уларҙы 100-ө Башҡортостан Башлығы стипендиаты тип таныла.
Өфө ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ошондай уҡыусылар иҫәбенә баш ҡалабыҙҙың спорт мәктәптәренән бер юлы һигеҙ уҡыусы ингән. Улар – шорт-трексы Амалия Әмирова (1-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе), шашкасылар Әҙилә Ғәзизова, Илдар Ғиләжев, Асҡар Борханов (23-сө спорт мәктәбе), Амалия Ғәбдүшева һәм Йәсмин Фәйезова (тау спорты буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе), кикбоксер Маргарита Титова (22-се cпорт мәктәбе), ҡаяға үрмәләүсе Динара Фәйзуллина (“Спартак” олимпия резервы спорт мәктәбе).
Фотолар: “Башинформ”.