

2022 йылда Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә республиканың адаптив спорт үҙәге булдырыла. Йыл аҙағына тиклем уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырыласаҡ. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Руслан Хәбибов, тап ҡышҡы паралимпия спорт төрҙәре Башҡортостан өсөн үҫеш нөктәһе булып тора, тип билдәләне. Тренерҙар штатын арттырыу арҡаһында киләһе йылда адаптив спорт төрҙәре үҙәге Өфөлә, Бәләбәйҙә, Октябрьскийҙа һәм Мәләүездә саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса яңы бүлектәр асасаҡ.
Бынан тыш, 2023 йылда үҙәк Стәрлетамаҡтың һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр өсөн коррекция мәктәп-интернатында һаңғырауҙар спорты буйынса пуля менән атыу бүлеген, Ағиҙелдә йөҙөү һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса бүлек аса.
Дөйөм алғанда, республикала адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн бүлексәләр асыуға башҡа перспективалы муниципалитеттар ҙа бар. Мәҫәлән, Яңауыл районында “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында еңел атлетика, йөҙөү һәм шашканы үҫтерергә мөмкин, Бөрө спорт комплексында өҫтәл теннисы һәм көрәш, Учалының спорт мәктәбендә – коляскала баскетбол, следж-хоккей, дзюдо һәм самбо. Ошо уҡ мәктәптә һәм Сибайҙың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар.
Башҡортостандың спорт министры муниципалитет башлыҡтарынан адаптив спортты үҫтереүҙә ведомствоға ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.
– Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Паралимпия комитеты бер тауыштан Башҡортостанды паралимпия спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса алдынғы төбәк тип иҫәпләй. Спортсыларыбыҙ быны үҙҙәренең тренерҙарҙың, спортсыларҙың һәм Башҡортостандың бөтә спорт берләшмәһенең тиҫтә йылдар дауамында туплаған тәжрибәһе һәм компетенциялары һөҙөмтәһе менән дәлилләй. 1983 йылдан алып Паралимпия уйындарында беҙҙең 66 спортсы ҡатнашты, шул иҫәптән 32 спортсы еңеүсе һәм призер булды. Паралимпия уйындарында улар 127 миҙал яуланы, шул иҫәптән алтын - 62, көмөш - 34, бронза – 31, – тине ул.
“Геройҙар, үҙҙәрендә чемпион булырға көс тапҡандар. Олимпиада йомғаҡтары буйынса улар менән осрашҡанда, бер нисә йөкләмә бирҙем. Улар тормошҡа ашырыламы?”, – тип һораны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Руслан Хәбибов республика етәксеһенең бөтә йөкләмәләре үтәлә тип ышандырҙы.
Фото: news.myseldon.com