

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Иртәгә, 25 октябрҙә, Өфөлә милли геройыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ирекле көрәш буйынса асыҡ республика турниры башлана. Был – 1961 йылдан үткәрелгән турнирҙарҙың береһе. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 14 төбәгенән 170-тән күберәк көрәшсе ҡатнашыр тип көтөлә. 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр 11 ауырлыҡ үлсәмендә миҙалдар яулаясаҡ.
Башҡортостаныбыҙ һәр ваҡыт иң яҡшы көрәшселәре менән дан тотто. Республикала спорттың ошо төрө айырыуса әүҙем үҫешә, быны спортсыларыбыҙ төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү менән раҫлай. Асыҡ республика турниры мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ булыр, тип ышанам.
Республикаға Олимпия уйындарында приз яулаған Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, ирекле көрәш стиле көрәшсеһе Валерия Коблова килә. Валерия Сергеевна Өфөлә һәм Шамонин мәктәбендә осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрер тип килештек.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ғәҙел көрәш һәм сағыу еңеү теләйем!” - тип яҙҙы Ирек Сәғитов.
Фото: Ирек Сәғитовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.