

Башҡортостанда Олимпия уйындарына ҡарамаған һәм милли спорт төрҙәре буйынса комитет барлыҡҡа килде.
Ойошма Евразия халыҡтары ассамблеяһының төбәк вәкиллеге ҡарамағында эшләйәсәк. Бындай комитетты ойоштороу идеяһы спорт берҙәмлеге тарафынан быйыл сентябрҙә Өфөлә үткәрелгән “Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек” форумы барышында барлыҡҡа килде һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Андрей Назаров тарафынан хупланды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Комитеттың төп маҡсаттары – республикала милли һәм Олимпия уйындарына ҡарамаған спорт төрҙәрен популярлаштырыу, үҫтереү, спорт мәктәптәрендә, спорт клубтарында секциялар булдырыу һәм башҡалар.
Беренсе кәңәшмәлә алдынғы спорт ойошмалары вәкилдәре комитеттың рәйестәштәрен һайланы. Улар – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Антон Матренин, республиканың Спорт федерацияһы вице-президенты Арсен Зиннәтуллин. Комитет составында – исемдәре тотош донъяға таныш Джефф Монсон, Мас-реслинг федерацияһы президенты Раил Бикмаев һәм башҡалар.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.