

Бөгөн Өфөлә милли геройыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ирекле көрәш буйынса асыҡ республика турниры башланды.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның белдереүенсә, сарала Рәсәйҙең 14 төбәгенән 170-тән күберәк көрәшсе ҡатнаша.
“Беҙ турнирҙы тергеҙеп, дүртенсе йыл үткәрәбеҙ. Спортсыларға хис-тойғоларын еңеп, балаҫта ирекле көрәштең барлыҡ матурлығын күрһәтеүҙәрен теләйем”, - тип яҙған Алан Марзаев.
Фото: Алан Марзаевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.