Спорт һәм туризм
25 Октябрь 2022, 06:00

Иң көслө ҡыҙ – беҙҙеке!

Башҡортостандан Азалия Әминева бокс буйынса Рәсәйҙең абсолют чемпионы булды. Башҡортостан өсөн был тарихи ваҡиға, сөнки...

Иң көслө ҡыҙ – беҙҙеке!Иң көслө ҡыҙ – беҙҙеке!
Иң көслө ҡыҙ – беҙҙеке!

Азалия республика тарихында тәүге тапҡыр өлкән ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты Краснодарҙа, 19-40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙҙы.  Финалда Азалия Төмән өлкәһенән Альбина Маладжанова менән осрашты.

Бынан алда яҡташыбыҙ Польшаның Кельце ҡалаһында 64 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә йәш үҫмерҙәр араһында бокс буйынса донъя беренселегендә алтын миҙал яулаған. Шулай уҡ ул Европа беренселегендә республикабыҙ ҡыҙҙары араһынан тәүге еңеүсе булды.

Яҡташыбыҙҙы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фото: bashinform.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас