Спорт һәм туризм
25 Октябрь 2022, 16:15

Туризм өсөн кейстар

Инвесторҙар өсөн - ике бизнес-тәҡдим.

Туризм  өсөн кейстарТуризм  өсөн кейстар
Туризм өсөн кейстар

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға туризм тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән ике бизнес-тәҡдим бирҙе.

Улар икеһе лә Баймаҡ һәм Ғафури райондарындағы туристарға билдәле булған локацияларҙа глэмпингтар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Тәүге тәҡдимде тормошҡа ашырыу 32,8 миллион һумлыҡ, икенсеһе 17,8 миллион һумлыҡ сығым талап итә. Беренсеһендә - 14, Ғафури районында төҙөү күҙалланған объектта 15 эш урыны булдырылырға тейеш.

“Был бизнес-тәҡдимдәрҙең тәүгеһен тормошҡа ашырыу өсөн инвесторға Ғәҙелша шарлауығы эргәһендәге майҙансыҡ тәҡдим ителә. Унда йыл һайын бик күп турист була, шуға күрә инфраструктураны уңайлыраҡ итеүҙең йоғонтоһо ла артасаҡ тип уйлайбыҙ. Икенсе кейс сиктәрендә Ғафури районының Ташаҫты ауылы янында бер нисә майҙансыҡ күҙ уңында тотола”, – ти Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Инвестиция тәҡдимдәренең концепцияһына ярашлы, глэмпинг биләмәләре уңайлы геотүбәләр, лаунж-зоналар һәм кафелар менән йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, ҡунаҡтарға һыуҙа сәйәхәт итеү, балыҡ тотоу һәм башҡа әүҙем ял төрҙәре лә тәҡдим ителәсәк.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас