

Бөгөн “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла “Аҡ Барыҫ” хоккейсылары менән осрашты.
Командабыҙ спорт һөйөүселәрҙе, көйәрмәндәрҙе йәнә ҡыуандырҙы. Биш тапҡыр рәттән еңеү яуланылар! Бөгөнгө матч командабыҙ файҙаһына 4:1 иҫәбе менән тамамланды. Юлаевсыларҙан Иван Дроздов, Сергей Шмелев (ике шайба) һәм Владислав Картаев гол индерҙе. Ҡазан командаһынан иһә - Михаил Глухов.
Был уйындан һуң “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында өсөнсө урынды (31 мәрәй) биләй. “Аҡ Барыҫ” – етенсе баҫҡыста (22 мәрәй).
Сираттағы уйын миҙгеле юлаевсылар файҙаһына 2:1 иҫәбе менән тамамланды. Олег Знарк командаһы иһә һуңғы ун уйындың туғыҙында еңелеүгә дусар булды.
Фото: sport-express.ru