Спорт һәм туризм
27 Октябрь 2022, 15:00

Етеҙҙәр билет отто

Нәҡ хоккей ирҙәрҙең ныҡлығына йоғонто яһай һәм балала дисциплина булдыра.

Етеҙҙәр билет оттоЕтеҙҙәр билет отто
Етеҙҙәр билет отто

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккей клубының спорт мәктәбе 2015 йылғы тәрбиәләнеүселәр араһында асыҡ күнекмәләр үткәрҙе.

Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың шөғөлләнеүен ҡарар өсөн уларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары килгән. Балалар үҙҙәренең исемдәре яҙылған “Салауат Юлаев” хоккей клубының фирма футболкаларында уйнаны, был ата-әсәләрҙә лә, буласаҡ чемпиондарҙа ла ҙур шатлыҡ уятты.

Күнекмәне спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, акробатика буйынса тренер Ольга Борисовна Полицинская башлап ебәрҙе. Әйткәндәй, ул үҙ ваҡытында “Салауат Юлаев” һаҡсыһы Ярослав Цулыгиндың һығылмалылығы өҫтөндә эшләне.

Бынан һуң мәктәп тренерҙары йәш хоккейсыларҙың физик әҙерлеге буйынса дәрестәр үткәрҙе. Балаларҙың тырышлығын Салауат һәм Юлай күңелле маскоттар дәррәү күтәреп алды. Балаларҙың күнекмәләре һығылмалылыҡ, етеҙлек һәм тиҙлек талап иткән бер нисә төркөмдә үтте.

Шул арала ата-әсәләрҙән уларҙың ни өсөн хоккейҙы һайлауҙары һәм балаларын “Салауат Юлаев” мәктәбенә биреүҙәре менән ҡыҙыҡһындылар. Күпселектең фекеренсә, нәҡ хоккей ирҙәрҙең ныҡлығына йоғонто яһай һәм балала дисциплина булдыра.

Күнекмә аҙағында һәммәһе өсөн дә бейеү флешмобы ойошторолдо. Балалар ата-әсәләре һәм остаздары менән дәртле музыка аҫтында күнекмә процесын тамамланы.

Һуңынан “Салауат Юлаев” һәм Астананың “Барыҫ” командалары араһындағы матчҡа ике кешелек күптән көтөлгән саҡырыу билеты уйнатылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, осрашыу алдағы шәмбелә – 29 октябрҙә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла башлана.

Көтөп алынған билетты алыу өсөн бер һорауға яуап бирергә кәрәк ине: 26 октябрҙәге матчта “Аҡ Барыҫ” ҡапҡаһына гол авторҙарын атау. Дөрөҫ яуап биргән кешегә “Барыҫ” менән уйынға билет бирелә. Яуаптарҙы көйәрмәндәр “Бәйләнештә”ге спорт мәктәбе төркөмөндә тура эфирҙа ебәрҙе.

Фото: "Салауат Юлаев" спорт мәктәбе. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас