

Башҡортостан илебеҙҙә төрлө көрәш төрҙәре буйынса үҙәккә әйләнә бара. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
"Илдә Башҡортостандың төрлө көрәш төрҙәре буйынса ҙур үҙәктәрҙең береһенә әйләнеүе минең өсөн мөһим. Көрәштә – беҙҙең башҡорт холҡо: ихтыяр көсө, сәм, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ. Беҙ спортта ла, тормоштағы башҡа өлкәләрҙә лә ҡурҡмайбыҙ.
Әле Өфөлә спорт көрәше аҙналығы бара, бөгөн – мөһим өлөшө. Башҡортостан Башлығы призына грек-рим спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогын астыҡ. Илебеҙҙең Спорт көрәше федерацияһына беҙгә ышаныс белдергәне өсөн рәхмәт – бындай сараны икенсе тапҡыр ҡабул итәбеҙ.
Республикала меңәрләгән спортсы көрәш менән шөғөлләнә. Бер нисә йыл дауамында “Спорт көрәше – мәктәптәргә” проектын ғәмәлгә ашырабыҙ. Үҫмерҙәргә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлектәрен булдырабыҙ, буласаҡ йондоҙҙар, ныҡлы, һау-сәләмәт кешеләр тәрбиәләйбеҙ. Артабан да ошо йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ", – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.