Спорт һәм туризм
28 Октябрь 2022, 12:00

Стәрлебаштарҙың һөйөнөсө ҙур

Сынъяһауға әйләнгән майҙансыҡ яңы уңыштарға юл асһын!

Башҡортостандың һоҡланғыс тәбиғәте – сәләмәт тормош алып барыу өсөн үҙе ҙур этәргес ул. Мәҫәлән, һәр иртән саф һауала йүгерергә, ҡышын ялан-ҡырҙар буйлап елдәй елеп саңғыла шыуырға мөмкин. Бының өсөн бары теләк булһын! Был спорт төрҙәре иһә сәләмәтлекте нығыта, тәндең һығылмалылығын, хәрәкәтләнеүсәнлеген арттырыуға йоғонто яһай.

 

Әлегә улар саңғы-роллерҙа елдерә

 

Ҡыш етеүгә бер айҙан ашыу ғына ваҡыт ҡалды. Йылдың ошо ма­тур миҙгелендә рәхәтләнеп саңғыла шыуыу, аҡ ҡарҙан яңы юлдар ярыу һаулыҡты ла нығыта, кәйефегеҙҙе лә күтәрә, йөҙгә алһыу­лыҡ та өҫтәй. Спортсы­лар­ҙың да ошо миҙгелде түҙемһеҙ­лә­неп көтөүе тиккә түгел. Әлегә улар саңғы-роллерҙа елдәй елдерә. Бына ошондай күренешкә Стәрле­баш ауылы эргәһендәге саңғы базаһында шаһит булдыҡ.

Әйткәндәй, стәрлебаштар республика, ил һәм халыҡ-ара спорт ярыштарында һынатмай. Респуб­ли­калағы көслө көрәшселәрҙең байтағы данлы Стәрлебаш ерендә донъяға килгән. Күптән түгел бында асылған спорт майҙансығы ла яңы­нан-яңы чемпиондар исемен асыу­ға ҙур сәбәпкә әйләнер, моғайын.

– Спортсыларыбыҙҙың мөмкин­лек­тәре ҙур. Өҫтәүенә, районы­быҙҙа барлыҡ спорт төрҙәре тиерлек әүҙем үҫешә, төрлө ярыштар ойошторола. Хәҙер инде сынъ­яһауға әйләнгән саңғы базаһы тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға юл асыр, тип ышанабыҙ, – тип белдерҙе Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов.

 

Ышаныс бар

 

Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йыл­дарҙа республикабыҙҙа спортҡа иғтибар ныҡ артты. Был иһә киләсәк быуын вәкилдәренең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһар, уларға көслө ихтыярлы, маҡсатлы булырға, заман ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, алға ынтылырға булышлыҡ итер. Хәҙерге заман балаларының иғтибарын төрлө гаджет-телефондарҙан айырып, спортҡа – сәләмәт тормош алып барыуға – йәлеп итеү физкультура уҡытыусыларының, тренерҙарҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә төп бурыстарының береһенә әйләнде.

– Республикабыҙҙа спорт өлкә­һендә бихисап эштәр атҡарыла, ҙур ярҙам күрһәтелә һәм һөҙөмтәлә яңы үҙәктәр, ошо тармаҡ буйынса бүлектәр асыла. Һөҙөмтәлә йәш быуын вәкилдәре спортҡа ылыға. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә был тармаҡтың үҫешенә тос өлөш индерер, сәләмәт тормош алып барыр, тип ышанам, – тип белдерҙе республиканың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина һәм стәрлебаштарҙы байрам менән ҡотланы.

– Элек был биләмәлә район һабантуйы үткәрелә ине. 2005 йылда саңғы базаһын төҙөнөк. Был урын стәрлебаштарҙың яратҡан урынының береһенә әйләнер, – тине Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәлиев.

Спорт һөйөүселәргә тәғәйенлән­гән был биләмәлә хәҙер яһалма япмалы универсаль спорт майҙан­сығы барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, был проект “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль програм­маһына ярашлы төҙөлгән.

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, республиканың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Стәрлебаш район Советы рәйесе Илдус Хәйбуллин, Стәрлебаш ауылы биләмәһе башлығы Азамат Ғәлиев ҡыҙыл таҫманы киҫте.

 

Йәштәр ҙә, ололар ҙа һынатмай

 

Яңы объект бөгөнгө талаптарға яуап бирә. Резина яһалма япма волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнер өсөн тәғәйенләнгән. Санғы-роллер трассаһы ла үҙгәр­теп ҡоролған, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған.

Сара рәсми асылғандан һуң йәш волейболсылар туп уйнау оҫта­лығын күрһәтте, саңғысылар тренер Ғәмил Мәжитов етәкселегендә саңғы-роллерҙа бәйгегә сыҡты. Иң бәләкәй ҡатнашыусы – һигеҙ йәшлек Кирилл Афанасьев, иң өлкәне иһә спорт ветераны Миҙәхәт Саҙриев ине. Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған кешенең заман саңғы­һында йәштәрсә елдереүе һоҡла­ныу тойғоһо уятмай ҡалманы. Был иһә хәрәкәттә бәрәкәт барлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы, юғиһә йыш ҡына ваҡыт етмәүгә, хатта саф һауала йәйәү йөрөргә лә ашыҡмайбыҙ.

Мәҫәлән, төньяҡ атлауы йәки уны скандинавса йөрөш тип тә атайҙар – бик үҙенсәлекле спорт төрө. Хәҙер уның менән даими шөғөлләнеүселәрҙе йыш күрәбеҙ.

Әгәр кеше скандинавса атлау менән даими шөғөлләнә икән, тимәк, ул сәләмәтлеген һаҡлай һәм нығыта. Әгәр һин атлап йөрөйһөң икән, тимәк, йәшәйһең, алға ынтылаһың!

Скандинавса атлауҙың сере бар. Ул – техникала. Баҡтиһәң, скан­динавса атлау фитнестың төрлө төрҙәрен алмаштыра һәм йөҙөү менән бер рәттә тора икән. Йүгереүселәр, һикереүселәр, велосипедсылар һәм роллерҙарҙан айырмалы, таяҡ менән атлаусылар мускулдарының 90 процентын көсөргәндерә: арҡа, янбаш һөйәге зонаһы, ҡулдар, ҡулбаштар, үпкә яҡшы эшләй, капиллярҙар уяна, йөрәккә ҡан тиҙерәк барып етә. Хатта ҡулдар алмашлап хәрәкәт иткән­лектән, баш мейеһе лә әү­ҙемләшә. Ғөмүмән, төньяҡ атлауы­ның организмға файҙаһы ҙур.

Бөгөнгө геройым Миҙәхәт Саҙ­риевкә килгәндә, ул тормошон хәрәкәттән тыш күҙ алдына ла килтермәй. 68 йәшлек ирҙең асфальт түшәлгән юлдан йәштәрсә дәрт менән таяҡтарын шәп һелтәп йөрөүенә күптәр күнеккән инде. “Элек водитель булып эшләнем. Көн буйы рулдә ултырғас, аҙ хәрәкәтләнгәс, быуындар һыҙлай башланы. Бер ваҡыт балаларға саңғы һатып алғас, үҙем дә баҫып ҡарарға ниәт иттем. Хәҙер инде мине туҡтатырлыҡ түгел! Тын алыуы, атлап йөрөүе еңел. Ейән­сәрҙәрем менән йәйен – саңғы-роллерҙа, ҡышын саңғыла шыуа­быҙ”,  – ти Миҙәхәт Саҙриев.

Стәрлебаш шәп спортсылары менән дан тота, тип үрҙә әйткәйнек. Улар араһынан йәш быуын вәкиле Афанасий Игнатий менән осрашып һөйләштек. Һигеҙ йәшендә беренсе тапҡыр саңғыға баҫҡан егет – Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты. Уҡый ҙа, спорт менән дуҫлығын  да ташламай. Волга буйы федераль округы, тотош ил буйынса үткәрелгән ярыштарҙа алдынғы урындарҙы яулаған. “Саңғыла шыуыуҙың сәләмәтлеккә файҙаһы ныҡ ҙур. Физик йәһәттән нығыныу өсөн дә был спорт төрө отошло”, – ти спортсы.

...Һәр йәштә лә спорт менән шөғөлләнә башларға мөмкин. Был тәү сиратта һаулыҡ өсөн кәрәк. Заман кешеһенең сәләмәт тормош яҡлы булыуы зарур. Был уның үҙен бәхетле тойоуы, ғүмерҙең, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәүе, быуындар сылбырының өҙөлмәүе өсөн мөһим.

- Айһылыу НИЗАМОВА
Стәрлебаш районы

Читайте нас