

Республиканың Спорт көрәше федерацияһы президенты, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙыуынса, республикаға бик шәп көрәшселәр килгән.
"Бөгөн минең өсөн бик күңелле осрашыу. Өфөгә легендар спортсы, ирекле стилдәге күренекле Рәсәй көрәшсеһе, хәҙер Рәсәй Олимпия комитеты президенты советнигы, Рәсәй Спортсылар союзы президенты Давид Мусульбес килде. Бынан тыш, 32 йыл дуҫбыҙ, уның менән бик ғорурланам.
Сиднейҙа 2000 йылғы Олимпия уйындары еңеүсеһе, ике тапҡыр донъя, алты мәртәбә Европа, биш тапҡыр Рәсәй чемпионы - был уның бихисап спорт еңеүҙәренең бер өлөшө генә.
Уның көрәштәге тиҙлеге ауырлығы өсөн ҡулай түгел, тип тап уның тураһында яҙалар.
Иң шәп ауыр көрәшсе, Башҡортостан Республикаһына рәхим итегеҙ!" - тип яҙған Алан Марзаев.
Фото: Алан Марзаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.