

28 октябрҙә Өфөлә ир-егеттәр араһында шәхси беренселеккә грек-рим спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогы һәм Башҡортостан Башлығы призына команда ярышын асыу тантанаһы үтте.
Ярыш Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙғарыла. Унда илебеҙҙең 24 төбәгенән 168 спортсы ҡатнаша. Башҡортостан командаһына Өфөнән, Белореттан, Күмертауҙан, Нефтекаманан көрәшселәр ингән. Ун ауырлыҡ категорияһы буйынса ярыштарҙа еңгән спортсыларға "Рәсәй спорт мастеры" исеме биреләсәк.
Республиканың Спорт көрәше федерацияһы президенты, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев билдәләүенсә, Өфөгә бик көслө көрәшселәр килгән. Ул ярыштарҙың юғары кимәлдә үтеүенә һәм көйәрмәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырына ышаныс белдергән.
Рәсәй спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили турнирҙа ҡатнашыусыларға ошо тәбрикләү һүҙҙәрен ебәргән:
“Грек-рим көрәше Башҡортостанда киң таралған. Көрәш ауырлыҡтарҙы еңергә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә өйрәтә. Бындай кимәлдәге ярыштар йөҙәрләгән малайҙы спортҡа ылыҡтырасаҡ һәм матур, ҡеүәтле спорт төрөн киләсәктә лә таратыуға булышлыҡ итер. Һис бәхәсһеҙ, тамашасыны мауыҡтырғыс бәйге көтә. Ҡатнашыусыларға яңы уңыштар теләйем”.
Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Серафимов та ҡатнашты. Максим Серафимовтың грек-рим көрәше буйынса тренеры Геннадий Сырцев булған.
– Көрәшселәр бер ваҡытта ла бирешмәй. Быны минең улым һәм Нурмагомед Гаджимагомедов иҫбатланы, улар махсус операция барышында тәүгеләрҙән булып Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Малайҙар, һеҙҙең ата-әсәйҙәрегеҙҙе, тренерҙарығыҙҙы хөрмәт итеүегеҙҙе, илегеҙҙе яратыуығыҙҙы теләйем, - тине Владимир Серафимов.
Башҡортостан Башлығы абруйлы ҡунаҡтар менән биш ауырлыҡ категорияһы буйынса алыштарҙы ҡараны.
– Бергә-бер алыш ирҙәр өсөн бик мөһим, тип һәр саҡ әйтәм. Көрәшкә сыҡҡанда үҙеңде еңәһең. Бала саҡтан уҡ һиңә ҡаршы сыҡҡан кеше күпкә көслө һәм физик яҡтан әҙерлекле булыуын аңланым. Һәм һәр ваҡыт был минең өсөн еңел булды. Мөһим тәрбиәүи мәл был. Шуға күрә лә мин ныҡышмын һәм республикала көрәште таратам, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы еңеүселәргә “Рәсәй спорт мастеры” исеме бирелгән ярыштарҙың илдә күп булмауын билдәләне.
– Был көрәшселәрҙең һөнәри үҫешенең мөһим этабы. Турнирҙағы 160 ҡатнашыусының 15-е халыҡ-ара класлы спорт мастеры, шуға ла бында бик көслө состав, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.