Спорт һәм туризм
30 Октябрь 2022, 09:00

Тыуған көнөгөҙ менән, хөрмәтле тренер!

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанда ишеү слаломына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Валентина Егорованы тәбрикләне.

Тыуған көнөгөҙ менән, хөрмәтле тренер!Тыуған көнөгөҙ менән, хөрмәтле тренер!
Тыуған көнөгөҙ менән, хөрмәтле тренер!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостанда ишеү слаломына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Валентина Егорованы тыуған көнө менән ҡотланы.

"Күптән түгел тура бәйләнеш барышында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе, каноэ һәм байдаркала ишеү буйынса донъя чемпионттары призеры Алһыу Минәжева Өфөлә ишеү слаломы үҙәге төҙөү тураһында һорау биргәйне. Уны беҙ 2024 йылда асырға планлаштырабыҙ. Тағы ла бер тапҡыр шуны билдәләргә кәрәк: спортсыларыбыҙҙың халыҡ-ара ярыштарҙа ҡаҙаныштары булмаһа, бындай объект төҙөүгә йөкләмә алмаҫ инек.  

Бөгөн йолаға ингән "Һоҡланғыс кешеләр" рубрикаһында – Башҡортостанда ишеү слаломына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Алһыу Минәжеваның тәүге тренеры – Валентина Петровна Егорова. Үҙ эшенең энтузиасы, байдарка спорты һәм туризмын пропагандалаусы, ишеү слаломы буйынса Бөтә Рәсәй категорияһының спорт судьяһы Валентина Петровна спорт эшмәкәрлеген 1989 йылда "Нефтепроводмонтаж" тресында йәмәғәт башланғысында дөйөм физик әҙерлек буйынса тренер булып башлай. 1992 йылдан “Тулҡын” үҫмерҙәр клубында уҡытыусы булып хеҙмәт итә. Күп йылдар йәш спортсылар менән эшләй, уларҙа эшһөйәрлек, сыҙамлыҡ, еңеүгә ынтылыш сифаттары тәрбиәләй. Валентина Петровна ярҙамында меңләгән малай һәм ҡыҙҙар ҡаяға үрмәләргә, һыуға сумырға, байдаркала ишергә, һыбай йөрөргә өйрәнә. 1998 йылдан алып Валентина Егорова каноэ һәм байдаркала ишеү буйынса олимпия резервындағы Спорт мәктәбенә тренер булып урынлаша. Уның тәрбиәләнеүселәре Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. Өфөлә ишеү слаломы үҙәге файҙаланыуға тапшырылғас, унда һөнәри әҙерлек һәм сағыу һөҙөмтәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.

28 октябрҙә Валентина Егорова тыуған көнөн билдәләне. Хөрмәтле Валентина Петровна! Һеҙгә сәләмәтлек, бөтмәҫ көс һәм яңы ҡаҙаныштар насип булһын! Һеҙҙең менән бергә республикабыҙҙың барлыҡ тренерҙарына именлек, тыныслыҡ теләйем", - тиелә яҙмала.

Фото: Башҡортостан Башлығының сәхифәһе.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас