

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров этнотуризм буйынса II Халыҡ-ара форумды асыуҙа ҡатнашты. Ул республиканың баш ҡалаһында 2 ноябргә тиклем дауам итә.
Сараның фекер алышыу майҙансығы Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән, шулай уҡ Беларусь, Үзбәкстан һәм Тажикстан вәкилдәрен йыйҙы.
Сәләмләү телмәрендә Башҡортостан Башлығы хәҙерге шарттарҙа форумдың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ул эшлекле программала ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле аралашыуҙар һәм яңы тармаҡ проекттарын теләне.
– Бөгөнгө талаптар һәм ваҡиғалар – туризмды үҫтереү өсөн уникаль осор. Рәсәй халҡында илебеҙҙең төрлө төбәктәренә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы билдәләнә, һәм, әлбиттә, беҙ ҡунаҡтарҙы күпләп йәлеп итеү яҡлыбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ тармаҡтағы бик ҡыҙыҡлы йүнәлеште – этнотуризмды тикшереү өсөн йыйылдыҡ. Ул илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың йөрәгенә һәм күңеленә ҡараш ташларға мөмкинлек бирә. Башҡортостан был йәһәттән ғәжәйеп төбәк. Бында –тәбиғәт үҙенсәлекле, тарихи һәм мәҙәни объекттар күп, традицион кәсептәр – солоҡсолоҡ, ҡымыҙ етештереү үҫешә. Быйыл Көньяҡ Урал тарихына арналған “Шүлгәнташ” музей комплексын астыҡ. Бынан тыш, Алтын Урҙа осорона бәйле күләмле проектҡа тотондоҡ. Ул – Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе биләмәһендә асыласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы.
Форум майҙансығында төбәк етәксеһе шулай уҡ “Башҡортостан каникулы” тигән яңы телепроект менән таныштырҙы. Ул республиканың иҫтәлекле урындары тураһында бәйән иткән тапшырыуҙар циклын үҙ эсенә ала. Тапшырыуҙың тәүге миҙгеле 13 ноябрҙә Рәсәйҙең Йәмәғәт телевидениеһы һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында башлана.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ “Йыл маршруты” бөтә Рәсәй туристик премияһы конкурсының һайлап алыу турында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Быйыл унда илдең 67 төбәгенән 571 тармаҡ проекты ҡатнаша. Премия лауреаттарын 1 ноябрҙә форум майҙансығында билдәләйҙәр.
Region PR йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү фонды идараһы рәйесе, Russian Event Awards милли премияһына, “Йыл маршруты” бөтә Рәсәй туристик премияһына, “Туристик сувенир” бөтә Рәсәй конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов Башҡортостан етәкселегенә форумды ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәктә туризмды үҫтереүҙең ыңғай күренештәрен билдәләне.
Этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумды асыу тантанаһы аҙағында Геннадий Шаталов һәм Радий Хәбиров дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ ағасына таҫма бәйләне. Геннадий Шаталов республика Башлығына туризм тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн “Йыл маршруты” бөтә Рәсәй туристик премияһы Попечителдәр советының рәхмәт хатын тапшырҙы.
Артабан төбәк етәксеһе форумдың экспозиция майҙансығын ҡарап сыҡты. Ул “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарының стенды, сувенирҙар һәм халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе менән танышты, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең туризм индустрияһы вәкилдәре менән осрашты.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә этнотуризм тураһында яҙып сыҡты.
“Республикабыҙ бик матур тип һәр даим әйтә киләм. Һәм уның туристик ҡеүәте лә сикһеҙ. Әле беҙ Башҡортостандағы ял уңайлы, хәүефһеҙ һәм һәр кем өсөн асыҡ булһын өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ. Әлбиттә, республикабыҙҙың гүзәллеге тураһында һөйләргә лә кәрәк. Уҙған йәкшәмбе республиканың өс телевидение каналында Тимофей Баженовтан “Баженов атласы: Башҡортостан” тигән тапшырыуҙар циклы башланды.
Бөгөн Өфөлә “Этнотуризм” форумы асылды. Унда мин йәнә бер телепроект – “Башҡортостан каникулы” менән таныштырҙым. Уның авторҙары, БЮТ телеканалының алып барыусылары Альбина Ҡасимова менән Дмитрий Каретко Башҡортостан буйлап өр-яңы үҙенсәлекле маршруттар тураһында һөйләр. Ғаилә менән ҡарау өсөн бик яҡшы тапшырыу. Проект менән 13 ноябрҙә 13 сәғәт 15 минутта БЮТ телеканалында һәм артабан һәр йәкшәмбе ошо уҡ ваҡытта таныштырабыҙ.
Ә форумда эксперттар йәнә ике маршрут билдәләй.
Барығыҙға ла уңыштар, сәйәхәт итеү өсөн ваҡыт табыуығыҙҙы теләйем. Барығыҙҙы ла Башҡортостанда көтәбеҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov