Спорт һәм туризм
31 Октябрь 2022, 13:30

Был стадионды һаҡларға тейешбеҙ

"Н. Гастелло исемендәге спорт мәктәбенә 2022 йыл аҙағына тиклем 17,4 миллион һум күләмендә субсидия биреләсәк".

Был стадионды һаҡларға тейешбеҙБыл стадионды һаҡларға тейешбеҙ
Был стадионды һаҡларға тейешбеҙ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Н. Гастелло исемендәге спорт мәктәбенә 2022 йыл аҙағына тиклем 17,4 миллион һум күләмендә субсидия биреләсәк. Был аҡса Олимпия һәм Олимпия уйындарына ҡарамаған спорт төрҙәренә спорт әҙерлеген, халыҡты физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу буйынса спорт-һауыҡтырыу эшмәкәрлеген атҡарыу буйынса эште үтәү һәм башҡаларҙы күҙаллай.

Былтыр йәй үк Н. Гастелло исемендәге стадион базаһында спорт мәктәбе ойошторолдо. Әле милекте республикаға тапшырыу процесы бара. Беҙ спорт мәктәбен үҙ йүнәлешен, эшмәкәрлеген дауам итеүе өсөн финанс менән тәьмин итәбеҙ.

Н. Гастелло исемендәге стадион базаһында эшләгән барлыҡ спорт секциялары, түңәрәктәр һаҡланып ҡаласаҡ. Был стадиондың бик шәп кешеләр, спортсылар булдырған тарихы, йолалары бай һәм беҙ уларҙы, әлбиттә, һаҡларға тейешбеҙ”.

Фото: Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас