

Ярыштарҙа Рәсәйҙең 23 төбәгенән 430-ҙан ашыу спортсы көс һынашты.
Мәскәүҙә үткәрелгән пилон спорты һәм һауа-спорт атлетикаһы буйынса федерация чемпионаты, беренселегендә Рәсәйҙең 23 төбәгенән 430-ҙан ашыу спортсы алышты. Сараларҙа быға тиклем булмағанса күп спортсы үҙ көсөн һынаны.
Башҡортостан исеменән “NEXT Pole Dance School”, “Apache”, “Фитнес 90-60-90” (Туймазы) һәм “Һауа” һауа гимнастикаһы спорт үҙәге клубтары ҡатнашты. Әйткәндәй, республикабыҙҙан Ксения Мынова менән Дарья Скоблик ярыштарҙың судьялар коллегияһынан.
Был ярыштарҙа республика спортсылары 12 награда яуланы. “Һауа” һауа гимнастикаһы спорт үҙәге клубы спортсыларының яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүе һөҙөмтәһендә республика дөйөм команда иҫәбендә өсөнсө урын яуланы.
“Командабыҙ алты миҙал яуланы. Ульяна Сухорукова – беренсе, Полина Диленко – өсөнсө, Софья Харисова – беренсе, Луиза Сафина – өсөнсө, Илона Крузенберг – икенсе, Вана Рожок икенсе урынға сыҡты. “Балалар” һәм “йәш үҫмерҙәр” йәш төркөмдәрендә наградалар яуларға тырыштыҡ”, – тип хәбәр итте һауа гимнастикаһы үҙәге етәксеһе Анастасия Ульчева.
Айһылыу НИЗАМОВА