Спорт һәм туризм
3 Ноябрь 2022, 08:56

Ҙур көрәш турниры көтөлә

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә полиция генерал-лейтенанты А.Ф. Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы.

Сара 25 – 27 ноябрҙә Өфөлә ойошторолор тип планлаштырыла. “2019 йылда Башҡортостан Башлығы Указы менән полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтхановтың исеме мәңгеләш­терелде. Ошо көндән республикала йыл һайын шәхес иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры ойошторола. Быйыл сарала илдең 20 төбәгенән 200 тирәһе спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Сараны юғары кимәлдә үткәреү мөһим. Шулай уҡ йәмәғәтселек тәртибен тәьмин итеү, эпидемиология талаптарын үтәү шарт”, – тине Ирек Сәғитов.

Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, вице-премьер турнирҙың Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәге хаҡында әйткән.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, турнирҙы үткәреүгә республикала әҙерлек юғары: барлыҡ хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән, сараны финанс йәһәттән тәьмин итеү ҡаралған, ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ йәмәғәтселек тәртибен тәьмин итеү, медицина ярҙамы күрһәтеү һәм башҡа бурыстар хаҡында ла һөйләште.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас