Спорт һәм туризм
4 Ноябрь 2022, 15:00

Ишембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиға

Грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм республика турниры асылды.

Ишембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиғаИшембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиға
Ишембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиға

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ишембайҙағы иҫтәлекле сара тураһында яҙып сыҡты.

“Ҙур тойғолар менән бөгөн Ишембайҙа СССР-ҙың спорт мастеры Александр Николаевич Григорьев приздарына грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатын һәм республика турнирын астыҡ.

Александр Николаевич Григорьев күренекле тренер һәм уҡытыусы, СССР-ҙың спорт мастеры. Эшмәкәрлек йылдарында ул СССР-ҙың ике, Рәсәйҙең өс спорт мастерын, 40-тан ашыу спорт мастерлығына кандидат, дүрт тренер әҙерләгән. Улар Башҡортостандағы спорт көрәше мәктәбенең изге йолаларын әле лә дауам итә.

Көрәш – республикабыҙ халҡы өсөн традицион спорт төрө, беҙҙә меңдәрсә спортсы уның менән шөғөлләнә. Ләкин тап Ишембай ере ҡасандыр уны һөнәри йүнәлеш булараҡ көсәйткән. Бөгөн йәш спортсылар менән генә түгел, хөрмәтле ветерандарыбыҙ менән дә осраштым.

Ишембайҙың иң боронғо спорт ойошмаларының береһендә – 2-се спорт мәктәбендә лә булдым. Йыл һайын бында 600-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. 1973 йылда уҡ асылған мәктәп яҡшы йолаларға һәм бай тарихҡа эйә. Әммә уға күптән ремонт кәрәк ине. 2022 йылда республика бюджетынан бинаның ҡыйығын һәм фасадын төҙөкләндереүгә 47 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Әле ремонт әүҙем бара. Йәш спортсылар уңайлы шарттарҙа шөғөлләнһен өсөн уны йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ”, – тип яҙған Ирек Сәғитов.

Фото: vk.com/wall621918239_844

Сығанаҡ: vk.com/wall621918239_844

Ишембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиға
Ишембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиға
Ишембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиға
Ишембай ерендә – иҫтәлекле ваҡиға
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас