Спорт һәм туризм
8 Ноябрь 2022, 17:00

"Аҡыллы" спорт майҙансығы ҡайҙа?

Радий Хәбиров: "Шатмын! Барығыҙға ла сәләмәтлек!"

"Аҡыллы" спорт майҙансығы ҡайҙа?"Аҡыллы" спорт майҙансығы ҡайҙа?
"Аҡыллы" спорт майҙансығы ҡайҙа?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә спорт объекттары асыу тураһында яҙҙы.

"Бөгөн бер юлы өс районда – Бөрөлә, Дәүләкәндә, Мәсетлелә ГТО нормаларын тапшырыу һәм күнекмәләр эшләү өсөн спорт майҙансыҡтары астыҡ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында "аҡыллы" спорт майҙансығы сафҡа инде. Ул үҙ эсенә футбол майҙансығын, баскетбол һәм волейбол зоналарын, йүгереү юлын, 100 урынлыҡ трибунаны ала.

Дүрт йыл эсендә республикала 49 ГТО майҙанын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, ике "аҡыллы" спорт майҙансығы булдырҙыҡ. Күбеһе федераль аҡсаға төҙөлдө.

Шатмын! Барығыҙға ла сәләмәтлек!"

Фото: Р. Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһе.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас