

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов БДБ илдәре араһында халыҡ-ара мәктәп фестиваленә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының киңәйтелгән кәңәшмәһен үткәрҙе. Сара 14 – 19 ноябрҙә үткәреләсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
- БДБ илдәре араһында халыҡ-ара мәктәп фестивале 2013 йылдан үткәрелә. Башҡортостан уны беренсе тапҡыр ҡабул итә. Сарала БДБ илдәренең Рәсәйҙә йәшәгән 13-15 йәшлек ҡыҙҙарҙан һәм егеттәрҙән торған мәктәп командалары, шулай уҡ Рәсәй мәктәп спорт клубтары йыйылма командаһы ҡатнаша. Беҙгә Рәсәйҙән, Азербайжандан, Әрмәнстандан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Молдованан, Тажикстандан, Төркмәнстандан, Үзбәкстандан 450 йәш спортсы үҙ көсөн һынаясаҡ. Улар ете спорт төрө буйынса ярышасаҡ, - тине Ирек Сәғитов.
Республиканың спорт министры Руслан Хәбибовтың белдереүенсә, барлыҡ әҙерлек саралары атҡарылған. Мини-футбол, волейбол, баскетбол 3х3, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат буйынса ярыштар була.
- Фестивалде юғары кимәлдә, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын үтәп үткәрергә кәрәк. Был халыҡ-ара ярыштар балалар һәм үҫмерҙәр спортының абруйын арттырырға, популярлаштырырға, Рәсәй менән Башҡортостандың спорт абруйын нығытырға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ, - тип белдерҙе Руслан Хәбибов.
Фото: pravitelstvorb.ru