

Физик культура һәм спорттың һаулыҡ һәм ғүмерҙе оҙонайтыуы бер кемгә лә сер түгел. Стәрлетамаҡта уларҙың үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Мәктәптәрҙә, ихаталарҙа, ҡала биләмәләрендә асылған спорт объекттары - быға сағыу миҫал.
Шундай объекттарҙың береһе - «Бизнес-спринт» федераль проекты (Мин спортты һайлайым) буйынса төҙөлгән «аҡыллы» спорт майҙансығы. Ни өсөн «аҡыллы»? Сөнки сымһыҙ Wi-Fi локаль селтәре һәм махсус QR-кодтар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, смартфон камераһын кодҡа йүнәлтәһең һәм аңлатыу дәрестәренә күсәһең.
Был спорт ҡоролмаһы 33-сө мәктәп биләмәһендә урынлашҡан. Бында футбол, баскетбол, волейбол менән шөғөлләнеү өсөн зоналар, йүгереү һуҡмағы, теннис өҫтәле, тренажёрҙар һәм көйәрмәндәр өсөн йөҙ урынлыҡ трибуналар бар.
Майҙансыҡты телекүпер ярҙамында асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, министрҙар, «Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашты. «Аҡыллы» спорт майҙансығын асыу урынында Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры, бадминтон буйынса Европа чемпионы Алина Дәүләтова булды. Улар биҫтә халҡын, 33-сө мәктәп уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен өр-яңы физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн сифатлы спорт майҙансығы асылыуы менән ҡотланы.
Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов республикабыҙ спорт ҡоролмалары һаны буйынса илдә лайыҡлы урын биләүен, бөгөн ошондай бер объектҡа артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сарала ҡатнашыусыларға ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов мөрәжәғәт итте:
- Стәрлетамаҡ ысын мәғәнәһендә спорт ҡалаһына әүерелде һәм бөгөн беҙҙең өсөн айырыуса үҙенсәлекле көн. Беҙ «Бизнес-спринт» федераль программаһы сиктәрендә «аҡыллы» спорт майҙансығын асабыҙ. Был төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн биш мең квадрат метр самаһы махсус майҙан булдырылды тигәнде аңлата. БР Хөкүмәтенә һәм Спорт министрлығына ошондай тәүге майҙансыҡ тап Стәрлетамаҡта булдырылыуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ул республикабыҙҙың буласаҡ профессиональ спортсыларын әҙерләйәсәк объектҡа әүерелер, тип ышанам, – тине ул.
Тәүгеләрҙән булып «аҡыллы» спорт майҙансығын еңел атлеттар һынап ҡараны. Спорт байрамы аҙағында спортсыларҙы һәм физик культура учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен төрлө кимәлдәге рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән бүләкләнеләр.
Фото: Сергей Крамсков.