Спорт һәм туризм
11 Ноября 2022, 10:08

Ишембай көрәшселәрҙе йыйҙы

vk.com/wall621918239_844vk.com/wall621918239_844
Фото:vk.com/wall621918239_844

Грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм республика турниры асылыуы айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ишембайҙағы иҫтәлекле сара тураһында яҙып сыҡты.

“Ҙур тойғолар менән бөгөн Ишембайҙа СССР-ҙың спорт мастеры Александр Николаевич Григорьев приздарына грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатын һәм республика турнирын астыҡ.

Александр Николаевич Григорьев – күренекле тренер һәм уҡытыусы, СССР-ҙың спорт мастеры. Эшмәкәрлек йылдарында ул СССР-ҙың ике, Рәсәйҙең өс спорт мастерын, 40-тан ашыу спорт мастерлығына кандидат, дүрт тренер әҙерләгән. Улар Башҡортостандағы спорт көрәше мәктәбенең изге йолаларын әле лә дауам итә.

Көрәш – республикабыҙ халҡы өсөн традицион спорт төрө, беҙҙә меңдәрсә спортсы уның менән шөғөлләнә. Тап Ишембай ере ҡасандыр уны һөнәри йүнәлеш булараҡ көсәйткән. Бөгөн йәш спортсылар менән генә түгел, хөрмәтле ветерандарыбыҙ менән дә осраштым.

Ишембайҙың иң боронғо спорт ойошмаларының береһендә – 2-се спорт мәктәбендә лә булдым. Йыл һайын бында 600-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. 1973 йылда уҡ асылған мәктәп яҡшы йолаларға һәм бай тарихҡа эйә, әммә уға күптән ремонт кәрәк ине. 2022 йылда республика бюджетынан бинаның ҡыйығын һәм фасадын төҙөкләндереүгә 47 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Әле ремонт әүҙем бара. Йәш спортсылар уңайлы шарттарҙа шөғөлләнһен өсөн, уны йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ”, – тип яҙған Ирек Сәғитов.

Йәштәр өсөн был сара бик кәрәк

Нурулла Кәлимулла улы Хисмәтуллин – сығышы менән Ишембай районының Йәнырыҫ ауылынан. Мәктәп эскәмйәһенән ул көрәш менән әүҙем шөғөлләнә башлаған.

Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа ҡатнашыу менән бер рәттән, милли көрәште лә бер ҡасан да онотмаған Нурулла Хисмәтуллин. Һабантуйҙарҙа ғына түгел, бихисап ярыштарҙа ла көсөн һынаған. Республика беренселеге еңеүсеһе, Рәсәйҙең спорт көрәше буйынса чемпионатында көмөш миҙал һәм башҡа наградалар яулаған Нурулла Кәлимулла улы йәш спортсы­ларҙы тәрбиләү менән дә әүҙем шөғөлләнгән. Уның тәрбиәлә­неүселәре республика, Бөтә Союз ярыштарында призлы урындарға лайыҡ булған.

“Көрәш йәштәрҙең сәләмәт­леген нығытыу, рухи йәһәттән ныҡ булыу өсөн кәрәк. СССР осоронда спорт көслө ине. Хәҙер республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров спортты күтәрә. Грек-рим, милли көрәшкә һәм башҡа спорт төрҙәренә иғтибар ҙур, – тип белдерҙе һигеҙ тиҫтәһен тултырған Нурулла Кәлимулла улы. – СССР-ҙың спорт мастеры Александр Николаевич Григорьев приздарына грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан Респуб­ликаһы чемпионаты бик оҡшаны. Иң мөһиме – ул йәштәр өсөн бик кәрәк”.

Аҡһаҡалдың әле лә әүҙем булыуы, төрлө сараларҙа ҡатна­шырға тырышыуы, йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнергә өндәүе – үҙе һоҡланғыс күренеш.

“Бындай сараларҙа ҡатнашыу – үҙе ҙур тәжрибә”

Белеүебеҙсә, спорт көрәше менән шөғөлләнеү сәләмәтлекте нығытыуға һәм физик үҫешкә бик яҡшы йоғонто яһай. Ул көслө, етеҙ, аныҡ, сабыр, маҡсатлы, йылдам, яуаплы булырға ярҙам итә, шуға күрә спорт көрәше – физик тәрбиәнең мөһим өлөшө ул. Уның дөйөм белем биреү мәктәптәренең физик культура буйынса программаһына индерелеүе лә тиккә түгел. Өҫтәүенә, төрлө ярыштар ҙа даими үткәрелә.


Күптән түгел Ишембайҙа СССР-ҙың спорт мастеры А.Н. Григорьев приздарына грек-рим көрәше буйынса республика турниры тамамланды. Ошо матур ваҡиға айҡанлы беҙ Александр Николаевич Григорьевҡа мөрәжәғәт иттек. Ул – Башҡортостандың Спорт көрәше буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры, республиканың мәғариф отличнигы, СССР-ҙың классик көрәш буйынса спорт мастеры. Александр Григорьев Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.


– Тәрбиәләнеүселәрем йыйылып, турнир ойошторорға ҡарар итте. “Әйҙәгеҙ, – тинем уларға, – тик бына аҡса кәрәк буласаҡ бит”. Һөҙөмтәлә сараны ойошторорға булдыҡ. Быйыл ул 11-се тапҡыр үткәрелде, 2020 йылда пандемия арҡаһында булмағайны, – тип һөйләне беҙгә Александр Николаевич. – Бындай сараларҙа ҡатнашыу – үҙе ҙур тәжрибә. Совет осоронда бындай саралар күпләп ойошторолдо. Кимәл дә, әлбиттә, күпкә юғарыраҡ ине. Ул ваҡытта Михаил Мамиашвили (совет грек-рим стилендәге көрәшсе, Олимпия уйындары чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры) ҡатнаша ине. 


Александр Николаевич спорттың кешегә ыңғай тәьҫире тураһында ла һөйләне. 
– Һәр ир-егет – Тыуған иленең, ғаиләһенең һәм балаларының һаҡсыһы, – тине Александр Григорьев. 

-  Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.  Александр Николаевич Григорьев
wrestrb.ru Нурулла Кәлимулла улы Хисмәтуллин
Александр Николаевич ГригорьевФото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас