Спорт һәм туризм
11 Ноябрь 2022, 10:15

Яңы майҙансыҡ яңы уңыштар килтерһен

Юлия Терец фотоһы.Юлия Терец фотоһы.
Фото:Юлия Терец фотоһы.

8 ноябрҙә Дәүләкәндәге 4-се лицей эргәһендә ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!) нормаларын тапшырыу һәм күнекмәләр өсөн майҙансыҡ астылар. Ошо уҡ көндә Бөрө һәм Мәләүез райондарында ошондай уҡ яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа килде.

Дәүләкән ҡалаһындағы тантанала Спорт министрлығының спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығы етәксеһе Игорь Ермилов, мотоуҙышсы, Рәсәйҙең спорт мастеры, күп ярыштар чемпионы Николай Красников ҡатнашты. Улар дәүләкәндәрҙе ҡалала спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы урындың барлыҡҡа килеүе менән ҡотланы. Был ҡотлауҙарға Дәүләкән районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ҡунаҡтар ҙа ҡушылды.

Балалар алдында сығыш яһағанда “Купол” ойошмаһы етәксеһе Андрей Дитрих уҡыусыларға хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер булыу өсөн физик әҙерлеккә етди иғтибар бүлергә ҡушты. Бының өсөн аҙнаһына ике тапҡырҙан ҡалмай күнекмәләр үткәрергә кәрәк. Өҫтәүенә, бының өсөн барлыҡ шарттар бар.

Балалар халыҡ-ара спорт мастеры Илнар Сәлимйәнов менән бергәләп күнекмәләр яһаны, яңы спорт майҙансығының мөмкинлектәрен барланы.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас