Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә ҡаланың 33-сө мәктәбе биләмәһендә "аҡыллы" спорт майҙансығы асыу тантанаһы үткән.
Ул “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Бизнес-спринт” федераль проекты буйынса төҙөлгән. Бында сымһыҙ локаль Wi-Fi селтәре һәм махсус QR-кодтар бар. Һуңғыһы смартфондан тура аңлатыу дәрестәренә күсергә мөмкинлек бирә.
Спорт майҙансығының ҙурлығы – 4922 квадрат метр. Бында күп спорт төрҙәре менән хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла шөғөлләнер өсөн бөтә шарттар бар: хоккей ҡабы, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары, теннис өҫтәле, йүгереү юлы, балалар һәм өлкәндәр күнегеүҙәренә тәғәйенләнгән зона.
Асыу тантанаһында еңел атлеттарҙың тәүге күнекмәләре башланған. Стәрлетамаҡтың алдынғы спортсылары һәм физкультура учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре рәхмәт хаттары, почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Сығанаҡ, фото: sterlitamakadm.ru/news/sport