Спорт һәм туризм
12 Ноябрь 2022, 12:15

Өфө – тағы иғтибар үҙәгендә

Йәш спортсыларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Өфө – тағы иғтибар үҙәгендәӨфө – тағы иғтибар үҙәгендә
Өфө – тағы иғтибар үҙәгендә

Өфөлә самбо буйынса балалар турниры башланды.

“Өфө - тағы иғтибар үҙәгендә. Беҙгә Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм туғандаш Беларустан 700-гә яҡын йәш спортсы самбо буйынса "Звезда" Бөтә Рәсәй балалар турнирына килде.

Самбо – ҡыйыу егеттәр өсөн. Спорт көрәшенең һәр төрө кеүек, ул холоҡто сыныҡтыра, ныҡышмаллыҡ, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй, яҡшы физик әҙерлек бирә.

Турнир Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов, Игорь Насибуллин һәм Ватанды һаҡлаған бөтә кешеләр иҫтәлегенә арналған. Яугирҙәребеҙ йәш быуындың киләсәген хәстәрләп үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Үҫмерҙәрҙең спорт геройҙары ғына түгел, башҡаларҙы ла белеүе мөһим.

Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла – ғәҙел спорт көрәше, тренерҙарға – үҙ тәрбиәләнеүселәренең оҫталығы менән ғорурланыу, ә көйәрмәндәргә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар теләйем.

Әйткәндәй, турнирға ихтыяж бик ҙур булып сыҡты, шуға күрә уны Спорт министрлығының берҙәм календарь планына индерәсәкбеҙ. Киләсәктә был ярыштар халыҡ-ара кимәлдә үтер тип ышанам”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Өфө – тағы иғтибар үҙәгендә
Өфө – тағы иғтибар үҙәгендә
Өфө – тағы иғтибар үҙәгендә
Өфө – тағы иғтибар үҙәгендә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас