Спорт һәм туризм
15 Ноябрь 2022, 13:55

Димдең хыялдары ҙур

Өлгө алыр остазы бар.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Әллә нисәмә быуатлыҡ тарихы булған спорт төрҙәре бар. Милли көрәш – тап шундайҙарҙан. Башҡортостанда ла спорт көрәше ныҡ үҫешкән. Тиҫтәләрсә мең балалар һәм өлкәндәр уның менән мауыға. Беҙҙә бик күп клубтар, секциялар, төрлө кимәлдәге ярыштар үткәрелә.

Милли көрәш – халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән бер рәттән, йәшәйешебеҙҙең шаҡтай ҙур өлөшө, йәш быуынды, йәғни киләсәгебеҙҙе көслө рухлы, дәртле һәм яуаплы итеп тәрбиәләүҙең бер ысулы.

Элек-электән һәр ырыу-араның үҙ батыры, бәһлеүәне булған. Улар тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр беҙҙең көнгә лә килеп еткән. Милли көрәштең тарихы бик бай һәм тәрән, унда тарихи үткәндәребеҙ ҙә сағылыш таба. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә был милли спорт төрөнә иғтибар ҙур, йәш быуын вәкилдәре лә уның менән теләп шөғөлләнә.

Башҡортостандың көньяғын, йәғни Стәрлебаш районын хатта көрәш мәккәһе тип атайҙар. Район көрәшселәренең күнекмәләре, нигеҙҙә, Стәрлебаштағы спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә. Районда уның филиалдары ла бар. Мәҫәлән, Йәлембәт ауылында бына тигән зал булдырылған. Уны “Мәктәптәргә – спорт көрәше” тигән проект буйынса эшләгәндәр, унда грек-рим һәм милли көрәш буйынса шөғөлләнәләр. Ҡабыҡҡыуыш ауылында милли көрәште үҙ иткәндәр күп, улар Стәрлебашҡа күнекмәләргә йөрөй. Шуға бында ла филиал булдырыу планлаштырылған.

Бөгөнгө геройыбыҙ Дим Ишембәтов та ошо ауылда тыуып үҫкән. Егет милли көрәш менән бәләкәй сағынан уҡ шөғөлләнә. “Атайым менән олатайым заманында бик көслө көрәшсе булған. Уларға ҡарап мин дә тап ошо милли спорт төрө менән шөғөлләнергә ҡарар иттем, – ти егет. – Башта ауылдан район үҙәгенә күнекмәләргә йөрөнөм, артабан уҡыуымды район үҙәгендә дауам иткәс, ныҡлап шөғөлләнә башланым”.

Димдең тренеры – Илдар Моратов. Уны беҙ спорттың был төрөндә ҙур уңыштарға өлгәшкән, өҫтәүенә, уны артабан үҫтереү, милли спорт төрөнә күберәк кешеләрҙе, айырыуса балаларҙы йәлеп итеү өсөн бик күп эшләгән шәхес булараҡ беләбеҙ. Илдар Моратов Мәскәүҙә билбаулы көрәш буйынса “Автодор кубогы” халыҡ-ара ярышында еңеү яуланы һәм Татарстандың баш ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы титулына лайыҡ булды. Ике абруйлы бәйгелә лә 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ирҙәр араһында иң көслөһө тип танылды.

Ул – Рәсәйҙең спорт мастеры, көрәш буйынса баш тренер, Башҡортостандың өлкән тренеры, көрәш буйынса Рәсәй йыйылма командаһы йәштәренең өлкән тренеры, күп тапҡыр Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы. “Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкәнмен икән, бында, әлбиттә, тренерымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ”, – ти Дим Ишембәтов. Ул остазының данлы юлын дауам итмәксе, уның кеүек милли көрәшебеҙҙең данын арттырмаҡсы.

Әйткәндәй, бынан алты-ете йыл элек Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Мансур Һөйәрғолов, Киров ҡалаһында үткәрелгән гер спорты буйынса донъя чемпионатында бер юлы өс алтын миҙал яулап, өс тапҡыр донъя чемпионы булып танылғайны. Һөҙөмтәлә уның исем-шәрифе Гиннесстың рекордтар китабына индерелде. Шулай итеп, ул тыуған ауылын һәм районын тотош донъяға танытты.

Дим Ишембәтовҡа ла арҙаҡлы яҡташтары кеүек дан-хөрмәт ҡа­ҙаныуын, ҙур уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас