Спорт һәм туризм
15 Ноябрь 2022, 14:30

Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте

Фестивалендә туғыҙ илдән 450-нән ашыу спорт менән шөғөлләнгән уҡыусы ҡатнаша.

Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул иттеӨфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте

Бөгөн, 15 ноябрҙә, Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә БДБ илдәре ҡатнашлығында Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, БДБ дәүләттәренең Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды етәксеһе советнигы Камол Рәхимов, Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов спортсылар делегацияһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне.

- Беҙҙең ҡунаҡсыл республикала фестиваль тәүге тапҡыр ойошторола. Үҙебеҙҙә ҡунаҡтар ҡабул итеүебеҙгә бик шатбыҙ. Бында һеҙ – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең туғыҙ иленән 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы. Бөгөн спорт – беҙгә туғандаш илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән килгән йәштәр өсөн мөһим берләштереүсе көс тә. Фестиваль республикала мәктәп спортын үҫтереүгә этәргес бирәсәк, тип ышанам. Һеҙгә был фестиваль наградалар ғына түгел, яңы дуҫтар ҙа бүләк итһен, - тине Ирек Сәғитов.

Шулай уҡ сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Примаковтың спорт слетында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәте уҡып ишеттерелде.

Спорт байрамын асыу тантанаһын делегациялар парады, фестиваль флагын алып сығыу, спортсыларҙың һәм баш судьяның ант биреүе, ижади коллективтарҙың сығышы биҙәне. Сарала Азербайжан, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Молдова, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы йыйылма командалары составында 450-нән ашыу йәш спортсы ҡатнаша. Башҡортостандың йәш спортсылары парадта айырым үтте.

16-18 ноябрҙә ете спорт төрө – мини-футбол, баскетбол, баскетбол, волейбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат буйынса ярыштар үтә.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов уҡыусыларҙы ярыштар менән бер рәттән бай мәҙәни-мәғариф программаһы көтөүе хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, фестивалдә ҡатнашыусылар Өфө театрҙарына һәм “Салауат Юлаев” – “Сочи” хоккей клубы командалары матчына бара.

Сараны Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы ойоштора.

Фестивалде тантаналы ябыу 18 ноябрҙә 15.00 сәғәттә башлана.

Фотолар: Башҡортоставн Хөкүмәте сайтынан һәм автор фотолары.

Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Өфө күрше дәүләттәрҙең йәш спортсыларын ҡабул итте
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас