Спорт һәм туризм
15 Ноябрь 2022, 06:00

Иң шәп спортсы ғаилә ҡайҙа? Ғәҙелбайҙа!

Гөлсинә һәм Рәсих Йортбәковтар районда ғына түгел, республикала билдәле спорт яратҡан ғаиләләрҙең береһе!

Иң шәп спортсы ғаилә ҡайҙа? Ғәҙелбайҙа!Иң шәп спортсы ғаилә ҡайҙа? Ғәҙелбайҙа!
Иң шәп спортсы ғаилә ҡайҙа? Ғәҙелбайҙа!

Баймаҡ районы Ғәҙельай ауылында өлгөлө һәм матур ғаиләләр бик күп. Сәләмәт тормошто үҙ иткән, ауылдаштарына өлгө булған Гөлсинә һәм Рәсих Йортбәковтар ауылдың терәге һәм йәме лә. 

Ғүмәр ауылы ҡыҙы Гөлсинә Рауил ҡыҙы Ғәҙелбай егете Рәсих Рәсүл улы менән 2003 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Береһе - башланғыс кластар уҡытыусыһы, икенсеһе - физкультуранан дәрес бирә. Беренсе Этҡол урта мәктәбенә йөрөп эшләйҙәр, көндәренең күп ваҡыты мәктәптә һәм юлда үтеүгә ҡарамаҫтан, бар эшкә өлгөрә улар. Бәхеттәрен тулыландырып тыуған ҡыҙҙары Нәргизә менән улдары Динислам һәм Инйәр бөгөн ата-әсәһенең иң ҙур терәге һәм шатлығы ла.

Рәсих Рәсүл улын районда тәүгеләрҙән булып “Ылаҡ” уйынын башлаған, унда бик уңышлы сығыш яһаусы булараҡ яҡшы беләләр. Улай ғына түгел, ул үҙе ауылда уҡыусы балалар һәм уйнарға теләгән йәштәр өсөн махсус рәүештә уҡ атыу, атта һыбай килеш уҡтан атыу кеүек ярыштарға әҙерләү өсөн махсус майҙансыҡ эшләгән. Ундағы бар эштәрҙе үҙе һәм улдары менән бергә яһаған. Әйткәндәй, Рәсих Йортбәков үҙе лә бәләкәйҙән ат ярата, ат өҫтөндә һыбай үҫкән егеттәрҙең береһе. Шуға күрә лә уға ат спорты, уҡ атыу, һыбай килеш уҡтан атыу кеүек элекке милли ярыштар күңеленә бик яҡын.

Ғәҙелбай ауылының иң спортсы ғаиләһе тураһындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас