Спорт һәм туризм
18 Ноябрь 2022, 05:41

13 миҙал – беҙҙеке!

Шахматты элек-электән уйнағандар, тик башта дүрт кеше ҡатнашыр булған. Йөрөштәр уйыны иһә һөйәктәр ырғытып билдәләнгән. Борон шахмат хатта ҡомарлы уйындар рәтенә ингән.

Хәҙер иһә хәлдәр бөтөнләй икенсе:  шахматты һалҡын аҡыл менән, һәр аҙымды ныҡлап уйлап уйнайҙар, унда хатта ниндәйҙер осраҡлы аҙым юҡ. Әммә был спорт төрө партияһының аҙағын алдан күҙаллау мөмкин түгел: яңылыш яһалған бер йөрөштөң әллә ниндәй һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Тап ошо ваҡытта еңеү яулау өсөн уйнаусынан зирәклек, сабырлыҡ, шул уҡ ваҡытта аныҡ ҡарар ҡабул итә белеү һәм аҡыл көсө талап ителә. 10 – 13 ноябрҙә Һамар өлкәһендә шахмат буйынса үткәрелгән Волга буйы федераль округы ярыштарында тап ошондай сифаттарға эйә 529 ҡыҙ һәм егет ҡатнашты.

Ярыштар был спорт төрөнөң классик, тиҙ шахмат һәм шахмат дисциплиналары буйынса үткәрелде. Беҙҙең республика спортсылары 13 миҙал яуланы. 11 йәшкә тиклемгеләр араһында Диана Зайцева классик, тиҙ һәм блицта дүрт алтын миҙал алды. 19 йәшкә тиклемге егеттәр араһында сығыш яһаған Максим Ермаков классик төрҙә – икенсе, тиҙ шахматта өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ошо уҡ йәштәге ҡыҙҙар араһында ярышҡан София Коржова ике бронза миҙал алды. Ул шахматтың классик төрөндә һәм композициялар төҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. 

Әйткәндәй, шахматтың классик төрөн күптәр үҙ итә. “Толпар” спорт клубынан Әҙилә Тажетдинова (көмөш), Арина Москвина (көмөш) миҙал яуланы. Егеттәр араһында Артур Ғәниев – көмөш, Рәсүл Ғәлиев алтын миҙалға лайыҡ булды. 

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас