Спорт һәм туризм
18 Ноябрь 2022, 05:40

Беренсе урынды Башҡортостан яуланы

sport.bashkortostan.rusport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Быйыл Рәсәйҙең “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте Рәсәй Спорт министрлығының физкультура, спорт һәм спорт резервы тармаҡтарында тормошҡа ашырған грант аҡсаһына “Беҙ спорт өсөн!” проектын уңышлы тамамланы.

Был сара Рәсәйҙең “Физ­культура һәм спорт үҫеше” дәүләт програм­маһын тормошҡа ашырыу һәм “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы ойошторолдо. Шуныһы ҡыуа­ныслы: Башҡортостан Рес­публикаһы сарала ҡат­нашҡан төбәктәр ара­һында күнекмәләр үткәреү һәм проектта ҡатнашыу­сы­лар­ҙы йәлеп итеү буйынса беренсе урынға сыҡты. Шулай итеп, барлығы 4 мең 804 кеше проектта ҡатнаш­ҡан, йүгереү, атлау, йөҙөү, велосипед спорты, саңғы-роллерҙарҙа йөрөү буйынса 172 күнекмә үткәрелгән.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас