

Бөгөн, 18 ноябрҙә, Өфө ҡалаһындағы Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ҡатнашлығында халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале тантаналы ябылды.
Ярыштарҙа туғыҙ илдән – Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан, Беларусь, Молдова, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан республикаларынан, Рәсәй Федерацияһынан һәм Башҡортостандан 398 йәш спорт һөйөүсе ҡатнашты. Үҙ сиратында, фестивалде ҡабул итеүсе хоҡуғында, Башҡортостан үҙ командаһы менән программалағы бөтә спорт төрҙәре буйынса сығыш яһаны.
Сараны ябыу тантанаһында баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат, мини-футбол һәм волейбол буйынса иң яҡшы спортсыларҙы кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләнеләр. Әрмәнстан наградалар һаны буйынса рекордсмен булды, уның иҫәбендә ете алтын миҙал. Өфө ҡалаһы командаһы ла ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты һәм, баш ҡалабыҙҙың спорт данын яҡлап, юғары спорт һөҙөмтәләре күрһәтте. Кескәй өфөлөләр миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде.
Спортсыларға наградаларҙы РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Балалар спорты» федераль партия проекты координаторы Ирина Роднина тапшырҙы.
- Ҡунаҡсыл Башҡортостандың баш ҡалаһында булып, балаларҙың һәр береһе ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙе һәм үҙе менән миҙалдар ғына түгел, сағыу тәьҫораттар ҙа алып ҡайтыр, тип ышанам, - тип билдәләне ул. - Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре фестивале – «Балалар спорты» федераль проектының иң мөһим сараларының береһе. Ярышҡа килгән уҡыусылар яңы дуҫтар табыуҙан тыш, башҡа илдәрҙең мәҙәниәте, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең йолалары һәм көнкүреше менән таныша һәм иң мөһиме беҙгә, өлкәндәргә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытырға ярҙам итә.
БДБ илдәре араһында мәктәп спорты фестивален үткәреү 2012 йылда Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы тарафынан тәҡдим ителде һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашҡан илдәрҙең Парламент-ара ассамблеяһы тарафынан хупланды. 2013 йылдан алып был сара илдең төрлө төбәктәрендә йыл һайын уҙғарыла. Өфө фестивалде тәүгә ҡабул итте.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.