

Хәҙер күптәрегеҙ шаһит булғандыр: ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!) нормативтарын тапшырыуҙы уҡыусылар ҙур ваҡиға тип ҡабул итә. Бына ошондай саралар физкультура менән спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра.
Балалар, үҙ һөҙөмтәләренә ҡыуаныс кисереү менән бер рәттән, иптәштәре өсөн дә янып көйә, үҙҙәрен ҙур спорт командаһының бер өлөшө итеп ҡабул итә. Был да тормошта кәрәкле сифаттарҙың береһе.
ГТО нормативтарын үтәү отличие билдәһен алыу ғына түгел, был тәү сиратта үҙеңде камиллаштырыу, маҡсаттар ҡуя белеү һәм уларға өлгәшеү, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш.
Рәсәй Мәғариф министрлығының фарманына ярашлы, ГТО комплексының отличие билдәһе юғары уҡыу йорттарына ҡабул ителгәндә иҫәпкә алына, йәғни 1-ҙән 10-ға тиклем балл өҫтәү хоҡуғын бирә. Өҫтәүенә, ГТО комплексының отличие билдәһенә эйә булғандарға юғары дәүләт академик стипендияһының тәғәйенләнеүе ихтимал.
19 ноябрҙә 11.00 – 12.30 сәғәттә Өфөләге “Динамо” спорт комплексындағы бассейнда Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” физкультура-спорт комплексының йөҙөү буйынса нормативтары ҡабул ителә. Нормативтарҙы үтәү өсөн Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” физкультура-спорт комплексының сайтында (www.gto.ru) теркәлергә кәрәк. Бынан тыш, участка терапевынан медицина белешмәһенең, паспорттың йәки 14 йәшкә тиклемгеләргә тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың, уникаль идентификация һанының (УИН) булыуы кәрәк.
Теләге булғандарҙың барыһын да нормативтарҙы үтәргә саҡыралар. ГТО нормативтары ул – йәшәү нормаһы.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (3472) 75-27-53.
Айһылыу НИЗАМОВА