Спорт һәм туризм
21 Ноябрь 2022, 17:15

Һаулыҡ та, дуҫлыҡ та

2023 йылда Башҡортостанда Рәсәй һәм Белорусь мәктәп спорты фестивале уҙасаҡ.

Һаулыҡ та, дуҫлыҡ таҺаулыҡ та, дуҫлыҡ та
Һаулыҡ та, дуҫлыҡ та

21 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе, унда IX Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сара 14 ноябрҙән 19-на тиклем Өфөлә үтте.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов туғыҙ йыйылма команда составында 400-ҙән ашыу спортсының ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.

Ярыштар Өфөнөң өс майҙансығында – Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә, “Динамо” спорт комплексында һәм 32-се спорт мәктәбендә үтте. Дөйөм команда зачетында беренсе урынды Әрмәнстан командаһы алды, икенсене – Рәсәй, өсөнсөнө – Ҡаҙағстан йыйылма командалары.

Руслан Хәбибов 2023 йылда Башҡортостанда Рәсәй һәм Белорусь мәктәп спорты фестивале уҙасағын да хәбәр итте. Ул Өфөлә ике ил төбәктәренең X юбилей форумы сиктәрендә уҙа.

– Балаларыбыҙ уларҙа әүҙем ҡатнашһын өсөн бындай спорт сараларын күберәк үткәреү мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас