

Баймаҡта Украиналағы махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташ яугирҙәрҙе иҫкә алдылар. Ошо уңайҙан «Труд» стадионында футбол турниры үтте.
Сарала Баймаҡтан «Торпедо», «Шахтастроитель» командалары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждарының студенттары ҡатнашты.
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һәм Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев, шулай уҡ легендар «Торпедо» футбол командаһы ветерандары Хәлит Хәмитов, Николай Боголюбов, Әмир Хөснөтдинов сәләмләне.
Был командаға 1964 йылда Баймаҡта нигеҙ һалынған. 1965 йылдың октябрендә ҡалала икенсе төркөм командалары араһында Башҡортостан финалы үтә. «Торпедо» командаһы Күмертауҙың «Рассвет» командаһынан ғына ҡалышып, икенсе урын яулай. 1966 йылдан 1969 йылға тиклем «Торпедо» Башҡортостан беренселегендә беренсе төркөмдә уйнай башлай.
Руслан Хәбибов балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Алексей Евстигнеевҡа һәм Рәфис Вәлиевкә, пенсионер, «Торпедо» командаһы ветераны Хәлит Хәмитовҡа, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусыһы, физик культура уҡытыусыһы Вадим Маннаповҡа Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара аҙағында Руслан Хәбибов менән Фәнис Әминев символик пас биреп, турнир башланыуы тураһында хәбәр итте.
Көндөң ҡарлы һәм бер аҙ һыуытып тороуы ла футбол яратыусыларҙың кәйефен төшөрмәне. Көйәрмәндәрҙең көслө тауыштары футболсыларға көс һәм дәрт кенә өҫтәне.
Фото һәм текст сығанағы: "Баймакский вестник"