Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Ноябрь 2022, 22:15

Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...

Ни өсөн тирмәгә Ҡыш бабай ҙа килде тиһегеҙме? Сөнки...

Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән:

“Өфө үҙәгендә башҡорт тирмәһе" – баш ҡалабыҙҙың яңы туристик локацияһы. Әйтерһең, унда бала саҡҡа ҡайтып әйләнәһең. Өләсәйҙәремдең йырҙарын, ҡумыҙ моңдарын ишеттем, таныш йыһаздарҙы (өлкән ҡыҙым үҫкән сәңгелдәк-бишек) күрҙем һәм йөрәккә йылылыҡ тулды.

 Ни өсөн тап тирмә? Минеңсә, яуап аңлашыла. Туристарҙа Башҡортостан менән иң сағыу ассоциациялар тыуҙырған объект. Йылылыҡ һәм ҡот символы. Көс биреүсе һәм һаҡлаусы ҡеүәтле энергетикалы урын.

Кейеҙ тирмә-һылыуҡай хәҙер үҙәк урамдарҙың береһендә, Ленин йорт-музейы һәм Өфө тарихы музейы янында тора – килеүселәр өсөн бик уңайлы. Бында төрлө дәүерҙәрҙең үҙ-ара үрелгән кеүек булыуы бик ҡыҙыҡлы.

Ошондай сағыу, аутентик объекттар баш ҡалабыҙға күптән кәрәк. Ысын башҡорт торлағын күрергә теләгән ҡунаҡтар бик күп. Был ғәҙәти булмаған экскурсия ғына түгел. Тәрәнерәк тә. Башҡортостандың тарихи һәм мәҙәни мираҫына, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡағылыу мөмкинлеге. Халҡыбыҙҙың күңелен аңлау һәм тойоу…

Ни өсөн тирмәгә Ҡыш бабай ҙа килде тиһегеҙме? Сөнки бында декабрҙә уның резиденцияһы асыласаҡ, ҡарарға һәм баһаларға килгән!

Рәхим итегеҙ!”

Фотолар һәм яҙма vk.com/afzalovrustem

Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Халҡыбыҙҙың күңелендәген тойоп...
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: