Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Ноябрь 2022, 15:50

67 миҙалдың 27-һе алтын!

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Һуңғы ваҡытта йәштәр, бигерәк тә уҡыусылар араһында тхэквондо менән шөғөлләнеүселәр артты. Кореяла барлыҡҡа килгән спорт төрө – тхэквондо физик мөмкинлектәрҙе яҡшыртыу өсөн генә түгел, ғәҙеллек, рух ныҡлығы, үҙ-үҙеңде ҡулға алыу, маҡсатҡа өлгәшеүсәнлек һәм башҡаларҙың уй-фекеренә ҡолаҡ һалыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй.

Әйткәндәй, ошо һыҙаттар – тхэквондо принциптары ла. Улар­ҙы спортсылар, күнекмә­ләрҙән, ярыштарҙан тыш, көндәлек тормошта ла күҙәтергә бурыслы.

Башҡортостанда был спорт төрөн үҙ итеүселәр күп. Был ғына ла түгел, республикабыҙ спортсы­лары төрлө ярыштарҙа ла ал­дынғы урындар биләй. Мәҫәлән, күптән түгел Сочи ҡалаһында  тхэквондо ГТФ буйынса чемпио­нат­тарҙа һәм төҫлө бил­бауҙар фестивалендә республи­кабыҙ вәкилдәре һынатманы. Рәсәйҙең 53 төбәгенән 2130 спортсы ҡатнашҡан ярыштарҙа 67 миҙал яуланылар. Уларҙың 27-һе – алтын!

Командалар менән сығыш яһауҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр бар. Йәш үҫмерҙәр араһында “Команда махсус техникаһы” дисципли­наһында Башҡортостан спортсылары беренсе урынға лайыҡ булды. Мәҫәлән, республикабыҙ исеменән сығыш яһаған спортсылар Дмитрий Баженов (беренсе йәш үҫмерҙәр араһындағы разряд, ҡара билбау), Юныс Йосопов (беренсе разряд, ҡара билбау), Георгий Осинцев (икенсе разряд, ҡара билбау), Әмирхан Мөхә­мәтйәров (йәш үҫмерҙәр араһын­дағы беренсе разряд, ҡара билбау), Михаил Ивановтан  (беренсе разряд, ҡара билбауҙың беренсе даны) торған команда алтын миҙал яуланы.

Шәхсән ярышҡандар араһында Илшат Гәрәев (“махсус техника”), Әмир Арыҫланов (“адаптив тхэквондо”) һәм Иван Никоноров (“стоп-балл” дисциплинаһы) айырыуса яҡшы сығыш яһаны.

Тхэквондо ГТФ – ул күпбәйге. Был спорт төрөндә 20-гә яҡын дис­циплина бар. Башҡортос­тандың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спортсыларыбыҙ төрлө ярыш­тарҙа, ғәҙәттә, алдынғы урын­дарҙы яулай. 2023 йылда Ҡыр­ғыҙс­танда донъя кубогына ярыш­тарҙа ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһында республикабыҙ спортсыларының булыуы ла һөйөнөслө күренеш.

Әйткәндәй, тхэквондо ГТФ буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы спортсыларының тре­нерҙары – республиканың Тхэквондо (ГТФ) спорт федерацияһы уҡытыусылары, “Ватан һаҡсы­лары” проекты әүҙемселәре Айнур Фәхретдинов, Алексей Казбулатов, Радик Сөләймәнов, Ким Черныхов, Радик Иҙиәтов, Данис Сураев, Руслан Ғабдуллин һәм Полина Ғабдуллина. Уларҙың фи­ҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә спорт­сыларыбыҙ уңышҡа өлгәш­те. Ғөмүмән, һәр спортсы нин­дәйҙер миҙал яулай икән, бында уның тренерының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: