Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Ноябрь 2022, 15:51

Үҙенә 16 ғына йәш

sport.bashkortostan.ru
Фото: sport.bashkortostan.ru

Республикабыҙ спортсыһы Урал Хәсәнов Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уңышлы сығыш яһаны.

“Толпар” шахмат клубы спорт­сыһы Урал Хәсәнов (тренеры – Андрей Селиванов) Фуджейра ҡалаһында ойошторолған донъя чемпионатында шахмат ярыштарында бик юғары ҡаҙанышҡа өлгәште. Йәш  шахматсы бер юлы ике йәш категорияһында ике көмөш миҙал яуланы. Шулай итеп, ул өлкәндәр һәм 23 йәшкә тиклем­геләр араһында шахмат композициялары яһау буйынса икенсе урынға лайыҡ булды.

Урал Хәсәновтың беренсе тренеры – Салауат ҡалаһынан Роберт Фәхретдинов. Тап ул йәш спорт­сыға ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс шахмат донъяһына юл асҡан. Хәҙер 16 йәшлек егет икенсе йыл рәттән донъя чемпионаттарында миҙалдар яулай. Былтыр ул бронза миҙалға лайыҡ булғайны. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: спортсыбыҙ халыҡ-ара гроссмейстер нормаһын үтәне. Ул быға 16 йәштә өлгәште. Йәш спортсыны ҡотлайбыҙ һәм тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүен, Башҡортостан данын башҡа ҡитғаларға яңғыратыуын теләйбеҙ.

Урал ХӘСӘНОВ былтыр 15 йәшендә генә шахмат композицияларын сисеү буйынса донъя чемпионы исемен яуланы. Ул Салауат ҡалаһында тыуған. Урал 1-се лицейҙың IX класында уҡый. Математика буйынса Гагарин исемендәге кубокка республика олимпиадаһында ике тапҡыр беренсе урынға сыҡҡан, шулай уҡ физиканан, һыҙманан да яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Ике йыл рәттән Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы стипендиаты булған.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас