

Һалҡын, өшәнес ямғырҙарҙан, мыжыҡ тәбиғәт көйһөҙлөктәренән һуң, ниһайәт, оҙаҡ көтөп алған ҡар тотош донъяны аҡҡа күмде, әйтерһең дә, күктән сафлыҡ бөркөлдө. Был ваҡытта саңғыла елдәй шыуыу, көҙгөләй ялтыраған боҙҙа конькиҙа уҙышыу, ҡар бәрешеп уйнау, тауҙан тәгәрәшеү бары файҙаға ғына. Шулай итеп, гүйә, Тәбиғәт-әсә үҙе кешеләрҙең һаулығын нығытыуға, сынығыуға булышлыҡ итә, тик иренмәйенсә, кинәнеп файҙалан ғына!
Әйткәндәй, саңғыла йөрөү – сәләмәтлеккә юл. Был спорт төрө тәндең һығылмалылығын, хәрәкәтсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итә, күңелде үҫтерә, үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәй, хатта сәмселлек, етеҙлек, ныҡлыҡ кеүек холоҡ сифаттарын тәрбиәләй. Әммә көн ҡояшлы икән, ҡара күҙлек кейергә онотмағыҙ: аҡ ҡар ҡояшта түҙеп торғоһоҙ ялтырай һәм күҙ ҡабаҡтары ҡыҫыла, күҙ тирәһендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Көн үтә һыуыҡ булмаһа, битте таҙа ҡар менән ышҡып алыу кәйефте күтәрер, хатта бер аҙ көс өҫтәп ебәрер.
Гүзәл зат вәкилдәренә саңғыла йөрөгәндә биткә пудра һөртөү, күҙ тирәһен буяу кәрәкмәй. Был бары тик зыян килтерә. Ә бына иренгә майлыраҡ помада килешер, ул ныҡ кипмәҫ һәм ярылмаҫ. Башығыҙға мотлаҡ кейеп йөрөгөҙ, сөнки һыуыҡтан сәс һына һәм ҡойола башлауы ихтимал.
Шулай итеп, ҡыш рәхәтләнеп саңғыла шыуыу, аҡ ҡарҙан яңы юлдар ярыу сәләмәтлегегеҙҙе лә нығытыр, кәйефегеҙҙе лә күтәрер, йөҙҙәрегеҙгә бер аҙ алһыулыҡ та өҫтәр. Юҡһа, аҙ хәрәкәтләнеүҙең йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүе бар. Даими физик әүҙемлек иһә төрлө сирҙәрҙән иҫкәртеү сараһы ул.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта республикала ҡышҡы спорт төрҙәренең үҫеше өсөн күп эш атҡарыла. Мәҫәлән, Өфөләге биатлон комплексының яҡшырыуы, спортсылар өсөн барлыҡ шарттарҙың булдырылыуы ошо хаҡта һөйләй. Ғөмүмән, Башҡортостанда биатлон – төп спорт төрҙәренең береһе. Спортсыларыбыҙ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай. Башҡорт биатлонының бай тарихы һәм киләсәге бар. Тап шуға беҙҙә ошо спорт төрө буйынса төрлө ярыштар үткәрелә. Тиҙҙән, 13 – 19 декабрҙә, Өфөләге “Биатлон” спорт комплексында Рәсәйҙең “PARI Кубок” уҙыштары ойошторола. Рәсәйҙең 20 төбәгенән спортсылар килер тип көтөлә.
Башҡортостанға килгәндә, биатлон бигерәк тә Өфө, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, шулай уҡ Ишембай, Белорет ҡалаларында үҫешкән.
Айһылыу НИЗАМОВА