Бөгөн Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Рәсәй турниры башланды. Унда илебеҙҙең 20-гә яҡын төбәгенән 200-ләп спортсы йыйылды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов турнирҙы асып, төбәгебеҙҙең илдә көрәш үҫеше үҙәгенең береһе булыуын билдәләне.
"Бөгөн республикабыҙҙың лайыҡлы улы, көрәшсеһе, патриоты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған турнирға старт бирҙек. Ул көрәште яратты, уның спорттың айырылғыһыҙ өлөшө булыуы өсөн күп көс һалды. Артур Фәрүәз улының күп йыллыҡ эшмәкәрлеге лайыҡлы танылыу алды. Бөгөнгө турнир менән беҙ уны йылылыҡ менән иҫкә алабыҙ. Көрәш - ҡыйыуҙар, батырҙар спорты. Ул үҙ өҫтөңдә эшләүҙе, маҡсатҡа ынтылыусан, тормошҡа дөрөҫ ҡарашта булыуҙы талап итә. Башҡортостанда был спорт төрө менән өс меңдән ашыу кеше шөғөлләнә, - тине Ирек Сәғитов.
Ярышты асыу тантанаһында ул көрәш менән шөғөлләгән спорт ветерандарына, тренерҙарға Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарын да тапшырҙы. Бүләкләнгәндәр араһында Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан Нурулла Хисмәтуллин да булды. 83 йәшлек ветеран ололарҙы ҙурлап саҡырыуҙарына рәхмәт белдерҙе, үҙенең тәрбиәләнеүселәре араһында ҙур уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән ғорурланыуын йәшермәне. Әйткәндәй, әлеге сарала уның тәрбиәләнеүсеһе - Ишембай ҡалаһының 2-се спорт мәктәбе тренеры Марат Зарипов та республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ул бөгөнгө ярыштың баш судъяһы ла.
"Ярышта ҡатнашҡан егеттәргә уңыштар теләйем. Сараны имен генә уҙғарып ебәрергә яҙһын. Киләсәктә уны йыл һайын үткәреү маҡсаты бар", - тине ул.
Был ярышҡа Ишембайҙан килгән Ғәли Турушев менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Ул әле Ишембай нефть колледжының өсөнсө курсында уҡый. Ә көрәш менән бишенсе кластан шөғөлләнә. "Атайым, ҡартатайым заманында көрәшсе булған. Шуға был спорт төрө миңә бик яҡын. Тәүге ҙур еңеүем һигеҙенсе класта уҡығанда булды, унда Башҡортостанда чемпион исемен яуланым. Һабантуйҙарҙа еңеп, һарыҡ та алдым әле", - тип һөйләне сығышы менән Хәйбулла егете. Көрәшсенең иң ҙур уңышы - донъя чемпионатында бронза яулауы. Нефть һәм газ скважиналарын быраулаусы һөнәренә уҡыған егет киләсәктә лә спорттан айырылмаясағын белдерҙе.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң таҫыллыларҙы тупланы Бөтә Рәсәй туриниры. Мәҫәлән, Ҡазандан килгән Ислам Шәйҙуллин 11-се класта белем ала, шул уҡ ваҡытта көрәш менән дә әүҙем шөғөлләнә. Нәҫелдәрендә көрәшселәр булыуы унда был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Исламдың да еңеүҙәре байтаҡ. Ике тапҡыр Татарстанда көрәш буйынса чемпион булған, Бөтә Рәсәй кимәлендә икенсе урын яулауға өлгәшкән. "Өфөгә беренсе тапҡыр килдем. Ҡала менән ныҡлап танышып өлгөрмәнек. Шулай ҙа Салауат Юлаев һәйкәлен барып күрҙек, оҡшаны", - тип ҡала тураһында тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты ул.
Көрәшселәр араһында ярыш иртәгә лә дауам итәсәк. Еңеүселәр тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙән уҡып белерһегеҙ.
Автор фотолары.