Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Ноябрь 2022, 13:30

Ҡауарҙы егете – чемпион!

Башҡорт егете шахбокс буйынса ике тапҡыр донъя чемпионын, быға тиклем еңелеү белмәгән спортсыны еңде!

Ҡауарҙы егете – чемпион!
Ҡауарҙы егете – чемпион!

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бары теләк кенә булһын. Ә инде маҡсат, тырышлыҡ, сәмселлек, даимилыҡ, фиҙакәрлек бар икән, еңеүҙәр ҙә яулап була! Быны Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы егете Илсур Исхаҡов йәнә иҫбатланы. Ул шахбокс буйынса донъя чемпионы тип танылды. Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан башҡорт егете Төркиәлә ойошторолған ярыштарҙа һынатманы.

Әйткәндәй, шахбокс – бик үҙенсәлекле спорт төрө. Уның хаҡында әлегә күптәр хәбәрҙар түгел, шулай ҙа киң популярлыҡ яулай бара.

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, ярыштар финалында яҡташыбыҙ быға тиклем бер ҡасан да еңелеү белмәгән ике тапҡыр дорнъя чемпионы менән осрашҡан һәм баҙап ҡалмаған, киреһенсә, еңеү яулаған.

Ябай ауылы егете, 24 йәшлек Илсур Исхаҡов үҙ миҫалында ябай булмаған был спорт төрөндө лә ҡаҙаныштарға өлгәшеп булыу мөмкинлеген раҫланы.

Чемпионды атаһы – Ҡауарҙы урта мәктәбе тренеры Сабир Исхаҡов тәрбәиләгән. Тап ул улына бала саҡтан уҡ спортҡа һөйөү уятҡан.

Ете йәшендә шахмат уйнай башлаған Илсур бокс менән Башҡорт дәүләт университетында беренсе курста белем алғанда ныҡлап ҡыҙыҡһына башлаған. Инженер факультетын уңышлы тамамлағандан һуң, егет әрме сафында хеҙмәт бурысын үтәгән. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас иһә шахбокс менән мауығыуыун дауам иткән, хатта бер йылдан һуң Рәсәй чемпионы тип танылған, Рәсәй Шахбокс федерацияһы кубогын яулаған. Хәҙер инде Ҡауарҙы егете – донъя чемпионы!

Ябай ауыл егете тыуған ауылын, районын Рәсәй генә түгел, тотош донъя кимәлендә данға күмде. Бына был, исмаһам, һоҡланғыс күренеш!

Фото: vk.com/fchingizov

Ҡауарҙы егете – чемпион!
Ҡауарҙы егете – чемпион!
Ҡауарҙы егете – чемпион!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: