Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Өфөлә үткән Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса бөтә Рәсәй турнирына йомғаҡ яһалды. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, Башҡортостан милли көрәште үҫтереү буйынса илдең алдынғы үҙәге булып тора.
Башҡортостан командаһы үҫмерҙәр араһында дөйөм команда иҫәбендә беренсе урын алды (биш алтын миҙал). Икенсе урында –Татарстан (өс алтын миҙал). Өсөнсө урында – Силәбе, Ульяновск, Калининград өлкәләре һәм Пермь крайы командалары (берешәр алтын миҙал).
Ир-егеттәр араһында команда зачетында Татарстан командаһы еңеүсе булды (биш алтын миҙал). Икенсе урында – Башҡортостан көрәшселәре (дүрт алтын миҙал), өсөнсөлә – Ырымбур өлкәһе командаһы (бер алтын миҙал).
Башҡортостан көрәшселәре дөйөм алғанда 36 миҙал яуланы. Бөтә Рәсәй турнирында Рәсәйҙең 16 төбәгенән 140 көрәшсе, шул иҫәптән Башҡортостан спортсылары ҡатнашты.
Фото: "Башинформ".