Шорт-трек ярыштарының ҙур тиҙлектә үткәрелеүе, мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс булыуы күптәрҙе йәлеп итә. Тағы шуныһы һөйөнөслө: был спорт төрө менән республикала даими шөғөлләнеүселәр күп.
Шорт-трек буйынса Олимпия уйындары чемпионы, 31 йәшлек Семен Елистратов – Өфө егете. Ул – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Семен Елистратов 2014 йылда Олимпия уйындары чемпионы булып танылды, 2018 йылдағы Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ бер тапҡыр – донъя чемпионатында, 14 тапҡыр Европа чемпионатында еңеү яуланы.
Өфө егетенең спортҡа ылығып китеүе лә бик ҡыҙыҡлы. Семен, бала сағында атаһының кәңәшен тотоп, тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған, әммә, күп тә үтмәй, был спорт төрөнөң күңеленә ятмағанын аңлаған, артабан хоккейҙа үҙен һынап ҡараған. V класта уҡығанда тренер Андрей Максимов менән осрашыу егеттең тормошон бөтөнләй үҙгәрткән. Шулай итеп, ул баш ҡаланың Октябрь районындағы 1-се олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә күнекмәләргә йөрөй башлаған.
1987 йылда Башҡортостанда барлыҡҡа килгән шорт-трек мәктәбендә әллә күпме ҡыҙ һәм егет тәрбиәләнгән. Был үҙәк хәҙер донъялағы иң яҡшы ойошмаларҙың береһе һанала, һәм унда 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет шөғөлләнә.
Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы эргәһендә тотош спорт комплексы бар. Ул бынан өс йыл элек төҙөлөп бөткәйне. Бында шорт-трек өсөн талаптарға яуап биргән илебеҙҙәге берҙән-бер боҙ аренаһы урынлашҡан. Мәктәп советының үтенесе менән үҙәккә данлыҡлы яҡташыбыҙ Семен Елистратовтың исеме бирелгән. Шөкөр, ул һынатманы: быйыл тағы Олимпия миҙалын яуланы.
– Мин ябай ғаиләлә тыуғанмын, беҙҙә береһе лә спорт менән шөғөлләнмәй ине. Даими күнегеүҙәр һәйбәт һөҙөмтәләргә килтерҙе, шуға күрә ҡыҙҙарға һәм малайҙарға: “Тырышырға кәрәк”, тип өндәшәм, – тигәйне Семен Елистратов бер сара барышында. – Республикабыҙҙа халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Тап шуға ла көн һайын улымдың нисек үҫкәнен күҙәтә алам, ҡатыным да эргәмдә. Өфөлә шөғөлләнер һәм донъяуи сараларҙа ҡатнашыр өсөн уңайлы шарттар бар.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың спорт тармағындағы ыңғай үҙгәрештәр спортсыларҙың ҡаҙаныштарында ла сағылыш тапмай ҡалмай, әлбиттә. Күптән түгел Семен Елистратов та Рәсәйҙең шорт-трек буйынса кубогына ярыштарҙың өсөнсө этабында 1500 метр арауыҡҡа уҙышта беренсе урынды яуланы. Был сараның ошоға тиклемге этаптарында Өфө егете еңеү яулағайны. Баш ҡалабыҙҙа 500 метр арауыҡҡа уҙыштарҙа ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА