Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Декабрь 2022, 22:15

Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте.

Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә

Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй команда ярыштары бара. Ошо сара айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:

“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй команда ярышы ҡатнашыусыларын сәләмләнем. Быйыл илдең һигеҙ төбәгенән 64 спортсы ҡатнаша. Был ярыш республикабыҙ өсөн йолаға әүерелеп бара. Уның үҙенсәлеге – республикалағы легендар кеше, ғәҙеллек һәм хоҡуҡ тәртибе өсөн көрәшеүсе Артур Фәрүәз улы иҫтәлегенә булыуында. 2018 йылда тап уның ярҙамында Өфөлә "Динамо" дзюдо-самбо клубы асылды. Хәҙер спорттың был төрө менән уның ейәне шөғөлләнә.

Һуңғы йылдарҙа Өфө күп тапҡыр ҙур спорт саралары аренаһы булды. Улар араһында спорт көрәше, билбаулы көрәш, көрәш һәм, әлбиттә, дзюдо бар. Бөгөн дзюдо менән Башҡортостандың 29 ҡалаһында һәм районында 3800-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә.  

Дзюдо – спорттың матур төрө. Ул физик көстө генә арттырмай, шулай уҡ үҙеңде ҡулға алырға, сыҙамлылыҡҡа өйрәтә, ныҡлыҡ һәм үҙеңә ышаныс тәрбиәләй. Әлеге турнир барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле сараға әйләнер, тамашасыларҙы сағыу алыштар һәм матур еңеүҙәр менән ҡыуандырыр тип ышанам.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға, судьяларға һәм тамашасыларға онотолмаҫ хис-тойғолар, сағыу кисерештәр, уңыштар һәм сәләмәтлек теләйем!”

Фотолар: vk.com/ireksagitov

 

Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Хәҙер спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: