Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Декабрь 2022, 22:30

Беҙҙең команда һигеҙ юғары награда яуланы

Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре кемдәр? 

Беҙҙең команда һигеҙ юғары награда яуланы
Беҙҙең команда һигеҙ юғары награда яуланы

2-4 декабрҙә Киров ҡалаһында "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы, унда Рәсәйҙең 58 төбәгенән оҫталар ҡатнашты. Башҡортостандан 40 һөнәрсенән һәм оҫтанан торған команда сығыш яһаны.

– "Туристик сувенир" конкурсы – төбәктең туристик ҡеүәтен һәм халыҡ художество кәсептәре тармағын үҫтереүҙең мөһим ҡоралы. Конкурста ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса юғары һөҙөмтәләр – ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе һәм артабанғы үҫеш өсөн стимул, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

"Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалы һөҙөмтәләре буйынса иң юғары наградаға – гран-приға лайыҡ булғандар:

  • Ренат Юнысов, "Этнографик сувенир" номинацияһы, уртаса хаҡтар категорияһы;
  • "Салауат" ательеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Этнографик сувенир" номинацияһы, VIP категорияһы;
  • "Салауат" ательеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Музей сувениры" номинацияһы, VIP категорияһы;
  • "Салауат ательеһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Төбәк сувениры" номинацияһы, VIP категорияһы;
  • "Торатау геопаркы", "Төбәктең туристик сувенирҙар линейкаһы" номинацияһы;
  • Урал Бикҡужин, "Туристик маршрут сувениры" номинацияһы, уртаса хаҡтар категорияһы;
  • "Күгәрсен ауыл ихатаһы" ауыл хужалығы етештереү кооперативы, "Гастрономик сувенир (эсемлектәр)" номинацияһы, юғары хаҡтар категорияһы;
  • Алһыу Әпсәләмова, "Ваҡиға сувениры" номинацияһы, VIP категорияһы.

Бынан тыш, төрлө номинацияларҙа һәм хаҡ категорияларында лауреаттар булды:

1-се урын: Урал Бикҡужин, Эльвира Ким, Надежда Матвеева, Алена Думчева, Ренат Юнысов, Надежда Матвеева, "Сигеү & EmbrOlly” машинала сигеү оҫтаханаһы;

2-се урын: Юлиә Шабай, Ренат Юнысов, Сәриә Дәминова, Айгөл Ситдиҡова, Динара Усманова, Динара Усманова, Ольга Синякова, Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге;

3-сө урын: Лариса Громова, Эльвира Фәхрисламова, Ольга Синякова, Сәлихә Ибраһимова, Әлфиә Абдуллина, Ирина Бойкова;

Зәлиә Килдеғошева, Суфия Рәхимова, Галина Соловейкина, Гөлшат Әхмәтдинованың, "Башҡорт сувениры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эштәре конкурс дипломдары менән билдәләнде.

Белешмә:

"Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсы – туристик объектты һәм биләмәне үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе абруйлы сараларҙың береһе. Ул 2015 йылдан алып уҙғарыла. Конкурста туристик сувенирҙар авторҙары һәм етештереүселәр, халыҡ художество сәнәғәте оҫталары, бар Рәсәйҙән музейҙар ҡатнаша ала.

Фото: Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: