Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Декабрь 2022, 22:00

"Был минең өсөн иң ауыры..."

Танзанияға юлланған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев ниндәй хәбәрҙәр еткерҙе?

"Был минең өсөн иң ауыры..."
"Был минең өсөн иң ауыры..."

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, танылған блогер, сәйәхәтсе һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев Танзанияға киткәйне. Унда Африкалағы Килиманджаро түбәһенә менергә тигән маҡсат ҡуйған. Әле яҡташыбыҙ телеграм-каналында тауға менгәне хаҡында бәйән итә.

"Ҡулдарым менән 14 сәғәттә ете километр юл үттем. Бер ҡасан да был ҡәҙәр оҙаҡ йөрөгәнем юҡ ине. Лагерға иртәнге 6-ла ғына ҡайттыҡ", "Был минең өсөн иң ауыр тауға менеү. Көнөнә ҡулдарым менән 14 сәғәткә ҡәҙәр юл үтәм", тигән.

Уның әйтеүенсә, командала мосолман кешеләре байтаҡ. "Балаларымдың исемдәрен әйткәс, Әминә тураһында ишетеү менән: "Һеҙ мосолманмы ни?" - тип һоранылар", - тигән ул. Һәм шатланыуҙары хаҡында ла белдергән.

Килиманджаро - континенттың иң юғары нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 5895 метр).

Ҡыйыу йөрәкле, батыр яҡташыбыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Фото һәм видео: Рөстәм Нәбиев.

"Был минең өсөн иң ауыры..."
"Был минең өсөн иң ауыры..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: