Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Декабрь 2022, 14:00

Иң мәргән уҡсы ҡайҙа йәшәй?

31 спортсы араһынан иң күп мәрәйҙе Батырхан йыйҙы.

Иң мәргән уҡсы ҡайҙа йәшәй?
Иң мәргән уҡсы ҡайҙа йәшәй?

Сибай ҡалаһында уҡ атыу буйынса балалар республика чемпионаты үтте. Унда Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин да ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

"Ярышта 10-13 йәшлек 31 спортсы ҡатнашты. Уларҙың араһынан иң күп мәрәйҙе Батырхан йыйҙы. Мәргән уҡсы диплом менән бүләкләнде.

Хәҙер ул йәштәштәре араһында  иң яҡшы уҡсы һанала. Еңеүсенең атаһы Фәим Ғайсинға сараны ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды", - тип яҙа “Аургазинский вестник” гәзите.

Фәим Салауат улы чемпионатты юғары кимәлдә  ойошторғандары өсөн “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллинға һәм Сибай ҡалаһы уҡсылары тренеры Хөрмәт Таһировҡа, уның командаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фото: “Аургазинский вестник”гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: